+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
1 Октябрь 2022, 11:00

Ә иртән...

Степа ғәҙәттәге тоҡомло һоро ата бесәй. Әммә интеллекты! Ошо ҡолаҡлы бүрек текә ризыҡ менән балыҡ ҡына ашай.

Ә иртән...
Ә иртән...

Балыҡ алып ҡайтһаң, ишек төбөндә ҡаршы ала, аяҡҡа ышҡыла, мырылдай һәм үҙенең хөрмәтен төрлөсә күрһәтә, тиҙерәк балыҡ бирһендәр генә. Ә балыҡты бирер алдынан уны йыуабыҙ, донъя хәлен белеп булмай. Бесәй янымда ултыра, күҙҙәрен алмай.
Бер ваҡыт ул гонаһ ҡылды: иғтибарымды ситкә йүнәлтеүем булды, йыуылмаған балыҡты сәлдерҙе лә йоторға уйланы. Ләкин мин ваҡытында һиҙеп ҡалдым, балыҡты тартып алдым, бесәйгә сепрәк менән һуҡтым. Бесәй, әлбиттә, үпкәләне, диван аҫтына кереп ҡасты. Йоҡларға ятҡансы күҙемә салынманы. Ә иртән...
Кухняға ингәс саҡ йығылып китмәнем: бесәйҙең ике һауыты һәр ваҡыттағыса рәттән тора (береһендә ризығы, икенсеһендә һыу). Бесәй тәпәйе менән һауыттан ризыҡ ала ла һыуға ташлай, шунан һуң ғына ауыҙына оҙата!
Сепрәкте шунда уҡ ташланым, ә бесәйгә хөрмәт менән ҡарай башланым.
***
– Минең бесәйем ғәҙәттән тыш аҡыллы, уны циркка бирергә уйлайым.
– Ул нимәһе менән ғәҙәттән тыш?
– Фотоны күрәһеңме?
– Эйе...
– Бесәйем төшөрҙө.
***
Зоомагазинда һөйләшеү:
– Һеҙҙә бәләкә-ә-әй генә акула булмаҫмы икән?
– Ни өсөн?
– Бесәйемде аҡылға ултыртырға теләйем: бөгөн тағы ла аквариумдағы бөтә балыҡтарҙы ла ашап бөтөргән.
***
Бесәй гномды осрата.
– Һин кем? – тип һорай.
– Мин – гном. Кешеләргә аламалыҡ ҡылам, әйберҙәрен йыртам, төндә аҡырам, йоҡлатмайым. Ә һин?
Бесәй уйға бата.
– Улайһа, мин дә гном.

Й. ӘҮХӘҘИЕВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас