Үткән аҙнала “Юлдаш” радиоһы йыр һайлау буйынса худсовет комиссияһына саҡырғайны. Был минең мәғәнәһеҙ йырҙарҙы тәнҡитләп яҙыуымдың касафаты булды шикелле. Һәр хәлдә, бындай яуаплылыҡты ышанып тапшырыуҙары өсөн рәхмәтлемен юлдаштарға.
Йәмғеһе 51 йыр тыңланыҡ. Шуларҙың 9-ын, барыбыҙҙың да фекере тап килеп, ҡуймай торорға кәңәш иттек. Былар шул ҡолаҡҡа яҡмаған йырҙар иҫәбенә инде. Билдәләп китәйек, бында мин генә түгел, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров һәм йәш композитор Азат Асҡаров та булып, йырҙарҙың һүҙ мәғәнәһе, шиғри төҙөклөгө генә түгел, ә көй, аранжировка һәм башҡарыу һәләте лә ҡаралды.
Йырҙарҙың шиғырын тикшергәс, мин үҙ йүнәлешем буйынса ғына яҙам. Ошо 51 йырҙың бер 6-7-һенең генә һүҙ авторҙарын шағир итеп беләм булып сыҡты. Ҡалғандарының исеме лә, фамилияһы ла, әҙәбиәттә берәй төрлө роль уйнауы ла билдәле түгел. Ярай, әгәр шиғыр шәп тә, йырға яғылып ята ла икән, мин был авторҙы күтәреп сығыр, бына бер хазина тип күрһәтер инем. Юҡ шул! Шиғыр ҙа юҡ, мәғәнә лә юҡ, ә йыр бар. Вәт, һиңә йомаҡ.
Бөгөнгө әҙәбиәт шул ҡәҙәрем көтөүсеһеҙгә әйләнде, шиғырҙың да, хикәйәнең дә һәм китаптарҙың да ысын асылы юғалды. Шиғыр формаһы һәм әҙәби тәртиптәре, хикәйә жанры һәм композиция төҙөлөшө кеүек иң ябай ҡанундар ҙа һанға һуғылмай башланы. Әлеге йырҙарҙан ҡарағанда ла “ҡала-бала-тала”, “әсәйем-бесәйем-тәсәйем” кеүек шул хәтлем дә тапалған рифмаларға ғына ҡоролған еңел-елпе куплеттар булһынмы, рифма һәм ритмдан бөтөнләй яҙа йөрөгән юлдар булһынмы, көйгә һалынған проза булһынмы...
Худсоветта билдәләп ултырған теҙмәмде ҡарап сыҡтым ҡабаттан, һәм “шиғыр юҡ” тип билдәләгән исемлекте сығармайса булдыра алмайым. Бына ул авторҙарҙың исемлеге: Әхмәт Йәркәй, Рәсилә Йосопова, Гөлфиә Шәкирова, Рәсимә Йосопова, Римма Санъярова, Илһам Фазылов, Ләйсән Йәнбирҙина, Айгөл Үтәгәнова, Хәмит Маткәримов, Наҙгөл Ғәлиева, Альбина Килдейәрова, Родион Мортазин, Римма Санъярова. Кем әйтмешләй “ничего личного”, әммә был егет һәм ҡыҙҙар шиғыр яҙа белмәй әлегә. Әгәр минең фекер менән риза түгелдәр икән, әлеге йыр һүҙҙәрен Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһына тапшырып та, бик булмаһа билдәле шағирҙарҙан тикшертеп тә ала алалар. Улар, моғайын, күрәләтә шиғыр булмағанды “шиғыр” тип иҫбатламаҫ.
Шул уҡ ваҡытта “шәп” тип билдәләгән авторҙарҙы ла күрһәткем килә. Мәҫәлән, Әнүзә Ғиззәтуллина, Зоя Йәрмөхәмәтова, Нурлан Ғәниев, Роберт Әхмәтйәнов, Эльмира Йәлилова, Фирүзә Абдуллиналарҙың шиғырҙары эстәлекле лә, етлеккән дә, бер һүҙ менән әйткәндә, көйһөҙ үк йырлап торалар. Бына был кешеләргә композиторҙар менән хеҙмәттәшлек итергә була, тип уйлайым. Уларҙа һәләт һәм яуаплылыҡ бар, башҡорт йырының сифаты өсөн һүҙ тота алалар.
Йүнһеҙ шиғырҙарға килгәндә, ҡайһы бер билдәле генә йырсыларҙың да мәғәнәһеҙ шиғыр һайлағанына эс бошто. Беҙ яратып тыңлаған һәм хөрмәт иткән Лилиә Ишемйәрова менән Рөстәм Шаһыбаловтың яңы йырҙары ла “мәғәнәһеҙ шиғыр” исемлегенә инде. Йырсылар, бәлки, шиғырҙың нимә икәненен аңлап та етмәйҙер, әммә был өлкәгә иғтибар итеүҙәрен һорар инем. Ошо урында йәштәргә Әлфиә Юлсуринаны үрнәк итеп ҡуярға була. Ике йырын тыңланыҡ, икеһе лә шыҡылдап торған шиғырҙарҙа, аранжировкаһы ла, башҡарыу оҫталығы ла хисләндерә һәм тулҡынландыра торған. Апайҙың (“апай” тип әйтемеү хөрмәт йөҙөнән) үҙ һөнәренә шундай мөкиббән һәм тамашасыһын яратҡан йырсы икәнлеге күренеп тора. Афарин шундайҙарға!
Ҡалған йырҙар “уртаҡул” шиғырҙарға һалынған йырҙар булды. Артыҡ маҡтарлыҡ та, әрләрлек тә түгел. Тыңларға була, әммә һүҙҙәре йөрәккә үтмәй. Ярай, ундай йырҙар ҙа булалыр инде. Йырҙың йыртығы юҡ, тип ҡабатларға яратабыҙ бит беҙ. Йырҙың йыртығы юҡтыр инде, ә бына тупһыҙлығы менән күңелде йыртҡаны бар.
Худосветта ултырып һәм шундай яуаплылыҡ алып, “Юлдаш” каналы хеҙмәткәрҙәренең борсолоуын да, башҡарғандарының мәшәҡәтле икәнлеген дә күреп сыҡтым. Шул хәтлем ҙур ағымды иләк аша үткәреп тороу еңел эш түгел. Бының өсөн әллә күпме көс-ҡөҙрәт һәм ваҡыт кәрәк. Әммә улар беҙ тыңлаған йырҙарҙың, ғөмүмән башҡорт йырының кимәле өсөн тырышып ята.
МИЛӘҮШӘ ҠАҺАРМАНОВА.