+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
2 Ноябрь 2022, 15:00

Эсһәң шарап – эшең харап!

Сама белмәй эскән кешеләрҙе күрә алмайым. Кисә дуҫтарым мине машинаға күтәреп алып барғанда өс тапҡыр төшөрөп ебәрҙе, ҡәһәр һуҡҡан алкаштар! ***

Эсһәң шарап – эшең харап!
Эсһәң шарап – эшең харап!

Горбачев үҙ осоронда урамда ҙур сират күрә лә машинаһынан сыға:
– Нимәгә сират тораһығыҙ?
– Араҡыға, Михал Сергеич.
– Арағыҙҙа коммунистар бармы?
– Бар!.. Бар!..
– Оят түгелме? Һеҙҙе партиянан ҡыуырға кәрәк!
– Ҡыуыр инек тә сүпрә менән шәкәре юҡ бит әле.
***
Бер ир баш күтәрмәй ике-өс көн эсә. Әшнәһе:
– Ҡатының – бокс буйынса чемпион, һине көтә торғандыр. Ниңә өйөңә ҡайтмайһың?
– Мине өйгә индермәйҙәр.
– Кем?
– Үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты.
***
Моряктарға һәйбәт. Уларға эсергә сәбәп һәр ваҡыт табыла. Кемделер порт артына ташлайҙар ҙа, шунан “Диңгеҙҙәгеләр өсөн” тип эсәләр.
***
Ни өсөн эсеп янъял ҡуптарған кешеләрҙе һәр ваҡыт айыҡ судья хөкөм итә? Уға сәбәптәр аңлайыш­һыҙ булғас, объектив һәм ғәҙел була аламы?
***
Хөкүмәткә һорау: “Һыра алам тиһәң, ни өсөн 18 йәшкә тиклем – барыһы ла балалар? Ә түләүһеҙ йөрөгәндә – 5 йәшкә тиклем генә?”
***
Эсергә ниңәлер ҡурҡытты. Ҡыйыулыҡ өсөн эсергә тура килде.
***
Көнө буйы яр буйында ултырып арыған балыҡсылар йоҡларға ятҡан. Икеһе таң менән балыҡ тотоу өсөн ҡармаҡтарын әҙерләгән. Уларҙың береһенә һыуыҡ тейгәнлектән сөскөрөп ебәргән. Икенсеһе уға:
– Сәләмәт бул! – тигән.
Ҡалған балыҡсылар һикереп торған да бер тауыштан:
– Ә ниңә беҙгә ҡоймайһығыҙ? – тип һораған.

Р. АЙНЫҠШИН.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас