***
“Күп ҡатлы элиталы йортта йәшәүселәр! Йылылыҡ трассаһын планға ярашлы ремонтлау сәбәпле, һеҙҙең элиталы йортта 20 июлдән 20 авгусҡа тиклем элиталы ҡайнар һыу биреү туҡтатыласаҡ. Элиталы ғәфү үтенәбеҙ. Һеҙҙең элиталы ТСЖ”.
***
“Үҙ проблемаларын оноторға теләп эсеүселәрҙән аҡсаны алдан уҡ түләүегеҙҙе һорайбыҙ”. (Барҙағы иғландан).
***
“Картуф 6 һум. Һуған 7 һум. Ҡарбузға мөрәжәғәт итергә”.
***
“Экскаватор сүмесе аҫтында торған ҡыҙыл “Феррари” хужаһы иғтибарына! Үҙегеҙгә тиҙ арала валидол һатып алығыҙ!”