-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
10 Ноябрь 2022, 14:00

Намыҫлы булғаны өсөн

Миңә нисектер эшкә ялланырға тура килде. Резюме яҙҙым. Бер алдау һүҙе лә юҡ. Әммә ҡайһы бер хәйлә һәм ысынбарлыҡты шаштырып һүрәтләү бар. Салбарымды үтекләнем, галстук таҡтым (һуңғы бер нисә йылда беренсе тапҡыр), саҡырған ваҡыттарына барҙым.

Намыҫлы булғаны өсөн
Намыҫлы булғаны өсөн

Ултырам, эш биреүсене тыңлайым. Бер-беребеҙгә йылмаябыҙ, әңгәмә­ләшә­беҙ.
Ҡапыл бүлмәгә ныҡ борсолған бер ир килеп керҙе.
– Әйтегеҙ әле, һеҙ Шәрипҡоловмы?
Эш биреүсе:
– Эйе.
– Һеҙ кисә Айыҡбаевҡа шылтырат­тығыҙмы?
– Шылтыраттым.
– Көндөҙгө икегә әңгәмә билдә­ләнегеҙме?
– Билдәләнем.
– Аллаға шөкөр! Мин – Айыҡбаев. Кисә ирҙәр менән ултырғайныҡ, күберәк булып киткән, бер нәмә лә хәтерләмәйем...
– ...
Ә нимә, әгәр мин эш биреүсе урынында булһам, уны эшкә алыр инем. Намыҫлы булғаны өсөн.

Ә. ШАКИРОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас