– Мине Бөйөк Хакимдың күҙ алдында таланылар, миңә нишләргә?– ти ул. Падишаһҡа был әҙәм йәл булып китә һәм ул асыуын Бирбалдан алмаҡсы була.
– Һин нимә, Бирбал?! Үҙ вазифаңды шулай башҡараһыңмы? Минең күҙ алдымда әҙәм талай алғас, ситтә, бынан алыҫта, ни ҡылмаҫтар?!
– О, Бөйөк Хаким! – ти Бирбал. – Һеҙ “Шәм тирә-яҡҡа яҡтылыҡ сәсә, ә үҙенең төбө – ҡараңғы” тигән әйтемде оноттоғоҙмо әллә?
Падишаһ вәзиренең тел төбөнә тиҙ төшөнә һәм шымып ҡала...
Кем арбаһына ултырһаң...
Бер ваҡыт падишаһ ҡарбузды маҡтап:
– Эй, тәмле лә инде ошо нәмә, ашап туймаҫлыҡ! – тигән.
– Эйе шул, тәмле булмаһа, кешеләрҙең иҫе китер инеме ни уға? – тип, хакимдың һалпы яғына һалам ҡыҫтырған Бирбал.
Бер нисә көндән һуң падишаһ ҡарбуздан туйған да, уны хурлай башлаған.
– Эйе шул, Бөйөк Хаким, шул да булдымы аҙыҡ?! Эс күптергес бер нәмә инде шунда! – тип, йәнә хужаһын хуплаған Бирбал.
– Йә маҡтайһың, йә хурлайһың ҡарбузды, нисек аңларға һине? – тип аптыраған хаким.
– Мин бит һеҙгә хеҙмәт итәм, ҡарбузға түгел! – тип яуаплаған Бирбал. Падишаһ көлгән дә, башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәгән.
Иҫәрҙәр исемлеге
Бер ваҡыт падишаһҡа ғәрәп сауҙагәре ат һатмаҡсы була. Ат хакимға бик оҡшай, йәнә берҙе алып килерһең, тип, алдан аҡса биреп ебәрә. Әммә сауҙагәрҙең ҡайҙа йәшәүен һорашырға зиһене етмәй уның.
Бер аҙҙан падишаһтың Делиҙа нисә иҫәр йәшәүен белгеһе килеп китә лә, вәзирен саҡыртып ала.
– Бирбал, миңә тиҙ генә баш ҡалабыҙҙағы иҫәрҙәр исемлеген төҙөп килтер! – ти ул.
Бирбал, оҙаҡҡа һуҙмай, оҙон ғына исемлек килтереп тоттора. Яҙманың башында үҙенең исемен күреп, падишаһ шартлар хәлгә етә.
– Тимәк, һин мине иҫәргә иҫәпләйһең инде, ә?! – ти падишаһ.
– О, Донъя Ҡояшы! Ҡайҙа йәшәүен белмәгән көйө сауҙагәргә аҡса тоттороп ебәреү иҫәрлек түгелме ни? – ти Бирбал.
– Ә әгәр сауҙагәр ат алып килһә, ул саҡта нишләрһең? – тип төпсөнә хаким, сәнскеле ҡарап.
– Ул саҡта исемлектән Һеҙҙең исемде һыҙырмын да, уныҡын яҙып ҡуйырмын, – ти Бирбал.
Падишаһ, үҙ хатаһын аңлап, көлөп ебәрә.