-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
20 Ноябрь 2022, 16:00

Телевизорһыҙ

(Хәйләле эштә хәйер юҡ) Телевизорһыҙ ауыр, юҡ-барға ҡыҙып барыла. Күршеләр менән ишек алдындағы эскәмйәлә зарланышып алдыҡ:– Ашағанда, күҙ өйрәнгән, – ти, бер күршем, – телевизор булмағас, 90-сы йылдар урталарындағы видео-плеерымды сығарып, саңын һөртөп, шул замандан ҡалған “Том менән Джерри” тигән йәнһүрәт ҡарап күңел баҫам.

Телевизорһыҙ
Телевизорһыҙ

– Минең ейәнсәрем ҡысҡырып гәзит-журнал уҡымаһа, – ти, күршеләремдең икенсеһе, – тамаҡҡа аш бармай.
Ә тағын бер күршем, элекке “партийный” ағай:
– Миңә телевизор кәрәкмәй, мин хәҙер мәғлүмәтте интернеттан алам, – тип шаҡ ҡатырҙы.
– Хәҙер кем беҙгә ток-шоуҙарҙа яңғыраған яңылыҡтарҙы һөйләр, донъялағы хәлдәр менән таныштырыр? – тигәйнек.
Ул ыжламаны ла:
– Заманса фекер йөрөтөү, мәғлүмәт алыу өсөн телевизор түгел, интернет ҡарарға, минән фекер һорағансы, үҙеңдең башыңды эшләтергә кәрәк, – тине лә смартфонына текәлде.
– Телевизорҙарығыҙ күрһәтә башланы, өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ! – тине кемдер. Эш кейемендәге оҫта икән.
– Индектәр! – тине бер күршем.
– Ура! – тине икенсеһе.
Мин дә индем. Ҡарамаһам да, һөйләп торған телевизорымдан баш тартырға иҫәр түгелмен әле.
“Партийный” ағай ғына шул телефонына текләп ултырып ҡалды. Индек, тиһәм дә, ултыра бирәм әле, ти ҙә ҡуя. Ярай. Өшөһә, ул да инер әле.

Илнар БУЛАТОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас