+9 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
22 Ноября 2022, 06:00

Тәүге мунса

Ҡаланан алыҫ түгел баҡса алғас, унда бәләкәй генә булһа ла мунса ла һалдым. Тәүге яҡҡан мунсаға, хужа булараҡ, үҙем ба­рырға булдым. Ҡарсығым: “Бара тор, мин йәш миндек һын­ды­рып алып киләм”, – тип урман­ға йү­нәл­де. “Парҙы артыҡ һалма, йө­рәгеңә зыян килмәһен, ата­һы”, – тип өҫтәргә лә онотманы.

Тәүге мунсаТәүге мунса
Тәүге мунса

Бер аҙ тир сыҡһын, йәнгә рә­хәтлек инһен. Ләүкәлә аяҡ салып 10–15 минут ултырғас, йы­уы­ныр­ға йыйындым. Ҡараһам – йыуғыс бар, ләкин һабын күрен­мәй. Алғы бүлмәгә сыҡ­һам, шунда ята. Ҡағыҙынан бушаттым да, мунса­ға индем.
Тәнемде һабынлап, яңынан ләүкәгә менеп ултырҙым. Тирем сыҡҡас, торайым тиһәм, тороп булмай. Арт һаным ләүкәгә йә­беш­кән. Сәскә тейерлек түгел, әйтерһең, терпе энәләре теҙеп сыҡ­ҡандар. Керпектәр тимер сы­быҡ кеүек ҡатҡан. Аяҡ-ҡул­дар ҙа цемент менән ҡатырған кеүек. Муйын боролмай, ирен­дәр бер-береһенә йәбешкән. Ыҙалана-ыҙалана мунсанан сыҡтым. Ҡул­тығына миндек ҡыҫтырып ҡар­сығым да ҡайтып етте. Тере “һәй­кәлде” күргәс, ул шарҡылдап көл­дө. Мин асыуланғас, ашығып мунсаға инеп китте. Сыҡҡанда ҡулында һабын төрөлгән ҡағыҙ ине. Унда асыҡ итеп “Садовый вар” тип яҙылғайны.
Баҡса ыуарының бындай хик­мәтен кем күргән дә, кем белгән. Баҡһаң, ул эҫе һыуҙа башта һа­бын кеүек йомшара, аҙаҡ цемент һымаҡ ҡата икән. Ҡатҡас уны тиҙ генә бөтөрөп булмай. Мин дә “һабындан” бер ай ти­гәндә саҡ ҡотолдом.

Әҙел ИСХАҠОВ.

Фото: edaizm.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас