+14 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
22 Ноября 2022, 11:00

Тапҡыр ҡараҡ

– Атаһы, атаһы тим, тышта кемдер йөрөгән кеүек. – Ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә ишеткән Гөлбаныу яңы­лыша буламы һуң! Айыу кәүҙәле Сабир лап-лоп атлап сығып, ишекте асһа, ҡаршыһында ҡулбашына һарыҡ түшкәһе һалған ят ир баҫып тора.

Тапҡыр ҡараҡТапҡыр ҡараҡ
Тапҡыр ҡараҡ

– Ағай, ит алаһыңмы? – тип өндәште ул, яҡыныраҡ килеп. – Бына ҡарағыҙ әле, үҙе һимеҙ, үҙ йәш, бөгөн генә һуйылған.
– Мәшәҡәтләнеп йөрөүеңә рәх­мәт, улым. Бик алыр инем дә, бөгөн генә үҙемдекен һуйып, келәткә элеп ҡуйҙым.
– Ғәфү итегеҙ инде улайһа, – ят ир әкрен генә ҡуҙғалып, ҡапҡаға йүнәлде. Өс-дүрт аҙым атлау менән, туҡтап, артына боролдо ла: – Ә, ағай, берәйһенә кәрәкмәйме икән, белмәйһеңме? – тип һораны.
– Минән уңға дүрт өй аша торған Рәхиләгә кереп ҡара­ғыҙ әле, – тип өйрәтте Сабир. – Бая, һарыҡ һуйғанда ит һатмайһыңмы, тип килгәйне.
– Рәхмәт, ағай! – Ят ир аҙымын ҡыҙыулатты.
– Кем йөрөй унда, ҡараңғы төшкәс тә тынғылыҡ юҡ. – Һуҡраныуы йөҙөнә сыҡҡан Гөлбаныу ирен ишек төбөнә үк килеп ҡаршыланы.
– Ит һатыусы. Һарыҡ түш­кәһе күтәргән.
– Ә-ә?! – Гөлбаныу Сабирҙы этеп ебәрҙе лә, тышҡа атылды. Келәт ишеген асҡас, әсе тауыш менән сәрелдәне.– Ҡарауыл, талағандар!
Бөтөн урам менән тирә-яҡты барлаһалар ҙа тапҡыр ҡараҡ­ты эләктерә алманылар.

Рәфҡәт РЫСАЕВ.

Автор:
Читайте нас