

Ә былар, нарудный силителдәрҙе әйтәм, бер нәмә лә һорап яфаламай. Йән рәхәте! Шундай бер силителгә мин дә эләктем, Алланың рәхмәте төшкөрө.
Өфөгә барғайным. Килен менән иркенләп, йәйелеп сәй эсергә ултырғайныҡ, сәлидний генә бер ир килеп инде. Әссәләмәғәләйкүм, мин – мосафир, нарудный силител булам, ти. Ниндәй сирҙәрегеҙ бар, бөтәһен дә бөтөрәм, ти. Әлхәмдулилләһи Раббил ғәләмин, Хоҙай үҙе тап килтергәндер беҙгә был изге әҙәмде.
Нарудный силител, киленемә оҙаҡ ҡына текләп ҡарап торҙо ла, һине боҙғандар, ти. Сиргә һабыштырғандар, ти. Һиндә, килен кеше, палиатриахондроз сиптумдары һиҙелә, ти. Килендең муйын тирәһен ҡапшап ҡараны ла, ай-һа-а-ай, һиндә палиатриахондроз ғына түгел, гипертәнически хранически гастропәлитически антибактериологически пролонгированный психоз, ти. Шунан миңә төштө күҙе. Әбекәйем, һиңә ен эйәләшкән, ти. Нимидлиннә дауаларға кәрәк, ти. Тик мин групповай ғына личит итәм, ти. Япунский ыспусып менән, ти. Киленгә әйтә, дачағыҙ бармы, ти. Бар, ти килен. Шунда бисәләрҙе йый, мунса яҡ, ҡалғаны минең эш, ти. Тиргәргә ир бар, сирләргә сир бар, тип йәшәгән бисәләр донъя тулы бит хәҙер. Шатланып риза булдылар. Ҡайһыһының ҡолағы зәғиф, мин һиңә әйтәйем. Әсихә тигәне ыстина аша күршеләренең һөйләшкәнен ишетмәй икән. Дауаланырға тип, Вәсихә атлы ҡатын да килгән. Уныһы һаңғырау түгел, киреһенсә, ишетмәгән нәмәһе юҡ, һөйләй ҙә һөйләй, һөйләй ҙә һөйләй, һис туҡтала алмай икән. Нәсихә тигәне балаға уҙалмай интегә, ти. Ту ли үҙе ғәйепле, ту ли ире, ту ли күршеһе. Әстәғәфирулла, тәүбә, тәүбә! Бәслитнәй нәдиждә, тип, силителгә килгән. Хәсихә атлыһы, иремде эсеүҙән биҙҙерә алмайым, шуны берәй нисек заучна эшләп булмаймы ул, ти. Нарудный силител бөтәһен дә, не беспакайтис, эвсе будит эздилана, тип тынысландырҙы.
Каруче, дачаға киттек. Килен бик шәп итеп мунса яҡты. Сөнки патамушта минең тылсым мунсала ғына үтемле, ти нарудный силител. Бубшем, прәтсидура былай икән. Мунсаға инәһең. Сисенәһең. Инәнән тыума уҡ түгел инде, әлбиттә. Нарудный силител һине һәйбәтләп саба. Массаж яһай. Ә иң төп, иң важный дауаһы – банка. Бал банкаһы түгел, һыуыҡ тейгәндә эсенә ут төртөп тәнгә ҡаплай торған банка. Теге зәғиф ҡолаҡлы һаңғырау Әсихәнең ҡолағына бер юлы өс банка ҡуйған. Яртышар литырлыны. Ете сеаныс үткәргән шулай. Тегенең ҡолаҡтары кәбеҫтә япраҡтары кеүек ҙурайған. Ауырға уҙа алмай интеккән Нәсихә менән дә чуда булды. Беренсе сеаныстан һуң уҡ ҡорһағы мискәләй ҡабарып сыҡҡан. Нисек былай тиҙ, тибеҙ. Нарудный силител банка ҡуйҙы, ти. Ҡорһаҡҡа. Биҙрә менән. Биҙрә эсенә ярты литыр кәрәсин һипте лә, ут төрттө, ти. И мине сразы тулғаҡ тота башланы, ти. Ирҙе һөйөндөрәйем, роддомға өлгөрәйем, тип, ете сеаныс өсөн бер юлы түләп, сығып йүгерҙе Нәсихә. Һөйләүҙән туҡтай алмай торған Вәсихә лә мунсанан икенсе кеше булып ҡайтты. Ләм-мим! Бер ауыҙ һүҙ әйтә алмай. Нарудный силител уға ла банка ҡуйған. Өс литырлыны. Теленә. Теле ҡабарып сығып, эйәгенә һәленгән. Вәсихәнең ире сабып килеп етте. Һөйөнөсөнән нишләргә лә белмәй, меҫкен. Үрле-ҡырлы һикерә. Үгеҙ булып үкерә. Нарудный силителгә етеләтә арттырып түләне.
Ирен эсеүҙән ташлата алмаған Хәсихә лә ҡайтты мунсанан. Силител уның бөтә еренә лә банка ҡуйған. Бүлтәймәгән ере ҡалмаған. Ирең бынан һуң бер тамсы ла ҡапмаясаҡ, тип әйтә, ти, силител. Кәнишне, шундай ҡатынды күргәс, ниндәй ирҙә эсеү ҡайғыһы булһын, эсмәй ҙә йығылырһың. Һушың китеп.
Ниһайәт, сират миңә етте. Сисенә генә башлағайным, силител әйтә, һиңә, әбекәйем, сисенеү ниәбизәтелнә, ти. Телеңде күрһәтһәң дә етә, ти. Как так, мин әйтәм, мин дә аҡса түләгән! Нишләтәйем һуң мин һине, ти силител. Бәй, мин әйтәм, башҡаларҙы нишләттең, мине лә шулай эшләт. Семь сеаныс, мин әйтәм, ни минше. Теге, аптырағас, массаж яһарға тотондо. Әммә ҡулына ит эләкмәй. Эләгерҙәй ит ҡалмаған тәндә. Ярай, банка булһа ла ҡуй, тим. Һуң, әбекәйем, банка ҡуйһам, һөйәктәреңде һурып ала бит ул, ти. Бесәй яларлыҡ та ҡалмай, ти. Ярай, мин һине башҡаса дауалайым, ти. Мунса тәҙрәһе алдына баҫтырҙы. Эйәкте тәҙрәнең өҫкө яңағына эләктереп ҡуйҙы. Тын ал, тын алма, тын ал, тын алма, бөтөнләй тын алмаһаң да ярай, ти. Шунан миңә ҡап-ҡара, шыма, ялтырауыҡ ҡағыҙ тотторҙо. Нишләттең мине, тигәйнем, флүрәгрәфиә яһаным, ти. Бына был эснимек, ти, бөтә сирҙәреңде лә эснимет, ти. Яҡтыға ҡуйып ҡараһам, һылыу, йәп-йәш ҡыҙ һүрәте тора, әйкәйем! Мин бит инде ул! Был эснимектең хаҡы ла биш мең генә икән. Бинсиәм кәкрәз булды...
Еңеләйеп, йәшәреп, һылыуланып ҡайттым ауылға. Ҡайтҡас, күршеләргә һөйләгәйнем, “аһ” иттеләр. Эшләргә эш юҡ, ферманың малдарын һатып, бинаһын ватып, хужалыҡты таратып бөттөләр, дауаланып ҡайтырбыҙ, исмаһам, тип, нарудный силителде эҙләп киттеләр. Барығыҙ, балаҡайҙарым, барығыҙ, шундай шәп нарудный силителдәр бар сағында сихәтләнеп ҡалығыҙ!