Уны һөйөүен һүрәтләгәндә егет йыш ҡына:
– Йоҡларға ятҡас, күҙҙәремде йомоу менән гел һине күрәм, – ти торғайны. – Матур йылмайып, йылы итеп миңә ҡарап тик тораһың.
Ҡолағына сәскә балылай татлы һүҙҙәр бышылдап әүрәткәс, ҡыҙ таң атҡанын һиҙмәй ҙә ҡала.
– Абау, әтәс ҡысҡырҙы түгелме?! Әсәйем эҙләргә сыҡҡансы инеп ятайымсы, – тип әйтә ине һиҙелер-һиҙелмәҫ яҡтыра башлағанын тойоп һәм бер мәлгә егеттең иҙрәткес ҡосағынан ысҡынып. Шунан һуң һыу инеп туймаған бала кеүек йәнә уның соңғолдай тәрән ҡосағына сума. Тағы ла бер аҙ мөхәббәт наҙында ҡойона. Һәм яман эш эшләгән кешеләй ҡурылып, йылы ҡосаҡтан туптай атылып сыға ла, артына боролоп ҡарарға ла ҡурҡып, ҡапҡанан инеп китә. Боролһа, егеттең мөхәббәт көсө әкиәттәге Мәскәй әбей кеүек һурып алаһын белә ул.
Әллә ни оҙаҡ йөрөмәнеләр. Ике-өс ай булғандыр, егет тәҡдим яһаны. Ҡыҙ шатланып риза булды.
Баҡһаң, донъя мәшәҡәттәре менән бер нисә йыл үтеп тә киткән. Хәҙер береһенән-береһе матур ике ҡыҙ үҫтерәләр.
Бер кис йылы юрған аҫтында ятҡанда бисәһе, иркәләнеп:
– Өйләнешкәнсе, яратышып йөрөгәндә тим, йоҡларға ятҡас, күҙҙәремде йомоу менән һине күрәм, ти торғайның, хәҙер ҙә күрәһеңме? – тип һораны.
– Юҡ! – тине йоҡо аралаш ире.
– Нишләп, йәнем?..
– Сөнки хәҙер һине күҙҙәремде асҡанда ла күрәм! – тип яуап ҡайтарҙы тамам уянған хәләле, әле бая ғына ҡатынының үҙенән һауыт-һаба йыуҙырырға тырышҡанын хәтеренә төшөрөп.