

Элегерәк ауыл кешеләре был урында ҙур көршәктәрҙә әсетергә бал ҡалдыра. Филдәр ҡеүәтләнә башлаған эсемлекте табып, рәхәтләнеп һыйланған, күрәһең. Барлыҡ һауыттар ҙа ватыҡ, ә иҫерек филдәр балалары менән бергә тәгәрәп йоҡлап ята. Бик тырышып та уларҙы уята алмағас, ауыл халҡы урман департаменты етәкселегенә мөрәжәғәт итә.
Ахыр сиктә, “эскесе”ләр янына махсус оркестр саҡыртыла. Барабан тауышына уянып, филдәр урманға кереп ҡаса.
Фото: https://travel.rambler.ru/