

Уға тиклем был яңылыҡ һәр яҡлап тикшерелде. Фекерҙәр төрлөсә ине. Берәүҙәр: “Ул кешенән күптән ҡотолорға ваҡыт. Былай ҙа күп түҙҙек. Бөтә эште аяҡтан йыҡты бит!” – тине. Икенселәр бындайыраҡ фекерҙә булды: “Бойорхан Ығышбаевич булдыҡһыҙ булһа ла, уға күнеккәйнек. Ә яңы һепертке нисек һеперер – уныһы билдәһеҙ”.
Тик бер кеше – Шәмси Шикләнмешев кенә бер фекер ҙә әйтмәне. Ул – бүлектең ветераны, кәүҙәгә бәләкәс, күҙгә-башҡа салынмаусан. Һәм – ифрат һаҡ кеше. Берәй һорауға яуап бирер алдынан ул шаҡ ҡатҡыс оҙаҡ уйлап тора. Һәм шул саҡта йөҙөнә ҡалҡҡан ҡыҙғылт-көрән тимгелдәргә ҡарап, уның нисек ғазапланыуын шәйләргә була. Әгәр инде әңгәмәләше, яуап ишетеүҙән өмөт өҙөп, китергә ынтылһа, Шәмси теш араһынан көс-хәл менән ошо һүҙҙәрҙе һығып сығара: “Уйларға, кәңәшләшергә, хәл итергә кәрәк...” Бына ошо иптәшкә бүлек мөдире урынбаҫары:
– Һеҙ беҙҙең иң өлкән хеҙмәткәребеҙ, Шәмси аға, – тине. – Һеҙгә йыйылышта сығып һөйләргә тура килер. Бүлектең эшен анализлап, тигәндәй... Ныҡлап уйлағыҙ, сығышығыҙ аңлайышлы, үткер булһын. Юҡ, юҡ, баш тартыу тураһында ауыҙ ҙа асмағыҙ! Фекер алышыуҙарҙы башлап ебәрерһегеҙ...
Был көтөлмәгән тәҡдимде ишеткәс, ҡолап китә яҙҙы Шәмси. Битенә әлеге лә баяғы ҡыҙғылт-көрән тимгелдәр ҡалҡып сыҡты.
– Уйларға, кәңәшләшергә, хәл итергә кәрәк, – тип, ғәҙәттәге һүҙҙәр менән генә ҡотолмаҡсы булғайны, әммә урынбаҫар китеп барҙы.
Өйгә ҡайтҡас, Шәмси, киске ашты ла ашап тормай, диванға ауҙы.
– Ни булды һиңә? – тип өтәләнде ҡатыны.
– Ҡамасаулама! – тине Шәмси. – Миңә фекер тупларға кәрәк...
Шул рәүешсә ул төнгө ун икегә тиклем фекер тупланы. Уның йөҙө ҡараңғы, донъянан ваз кискән кешенекенә оҡшап тора ине.
Тап 23 сәғәт 30 минутта ул бала саҡ дуҫына шылтыратты. Дуҫы, моғайын, ҡушҡанды үтәргә кәңәш биргәндер, сөнки Шәмсиҙең йөҙө шул тиклем йәмһеҙләнде ки, төшөңдә күрһәң, ҡурҡып уянырһың, билләһи!..
Йыйылышҡа ҡәҙәр нисек йән аҫрағандыр Шәмси, үҙе генә белә.
Һөйләшкәнсә, тәүге һүҙҙе уға бирҙеләр. Шәмси бик тәүәккәл ҡиәфәттә йәһәт кенә трибунаға күтәрелде.
– Бына нимә, иптәштәр! – тип башланы ул ғүмерҙә булмаған көр тауыш менән. – Нисә йылдар инде беҙ Бойорхан Ығышбаевич етәкселегендә эшләйбеҙ. Нимә күрәбеҙ һуң? Уның эш алымы нимәнән ғибәрәт? Тупаҫлыҡ. Хеҙмәткәрҙәрҙең фекерен иҫкә алмау...
Бөтәһе лә ҡыҙыҡһынып Шәмсигә төбәлде. Ғүмер буйы һыу уртлап йөрөгәндән һуң, бөгөн килеп был үтә һаҡсыл кешенең тәнҡит һүҙе әйтеүе үҙе бер мөғжизә ине!
Шәмси шул ваҡыт президиум яғына күҙ һалды һәм баш инженерҙың Бойорхан Ығышбаевичҡа йылмайып ниҙер мығырҙағанын шәйләп алды. “Төшөрмәйҙәр! – Шәмсиҙең йөрәге дертләп китте. – Нимә һөйләйем һуң әле мин?! Нимә булды һуң әле был?!”
– Әлбиттә, – тип дауам итте ул, – ҡайһы бер фекерҙәрҙе кире ҡағырға ла кәрәк булғандыр. Ә, бәлки, ҡайһы берҙәрен генә лә түгелдер...
Шәмси ҡапыл хакимиәттән килгән вәкилдең уҫал ҡарашын тойҙо. Был ҡараш баш инженерға һәм Бойорхан Ығышбаевичҡа төбәлгәйне.
“Төшөрәсәктәр! Һис шикһеҙ төшөрәсәктәр! Яратҡан кешеләргә былай ҡарамайҙар...”
– Ярай, был хаҡта етер, – тине Шәмси, – был – башҡа мәсьәлә. Ҡыҫҡаһы, Бойорхан Ығышбаевичтың был кәмселеге бөтәбеҙҙең дә күҙ алдында. Ары киттек. Тағы ниҙәр күрәбеҙ? Техник яҡтан шыр наҙанлыҡ! Ҡатын-ҡыҙға кәмһетеп ҡарау. Дәүләт милкен үҙләштереү. Ниһайәт, эштең тамам тарҡалыуы...
Шәмси ҡапыл йүтәлләй башланы. Ул Бойорхан Ығышбаевичтың, ниҙер яҙып, хакимиәт вәкиленә тапшырыуын күреп ҡалды. Тегеһе, яҙыуҙы уҡығас, йылмайып, уға баш ҡаҡты. Былай итеп бергә балыҡҡа йөрөгән, ифрат хөрмәт иткән кешеләргә генә йылмаялар. Шәмсиҙең күҙ алдары томаланды. “Юҡ, былай булғас, төшөрмәйәсәктәр, – тигән уй йәшендәй телеп үтте уның аңын. – Бөттөм!”
– Ниһайәт, эштең тамам тарҡалыуы, – тип ҡабатланы ул ҡалтырана-ҡалтырана. Әммә ҡапыл уның тауышы йәнә көрәйеп китте. Һәм ул сығышын былай тамамланы:
– Бына ошо кәмселектәр бөтәбеҙгә лә ҡәҙерле булған, хөрмәтле Бойорхан Ығышбаевичтың етәкселек таланты алдында юғалып ҡалды!..
Ә Бойорхан Ығышбаевичты барыбер эшенән алдылар.