+12 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
13 Декабря 2022, 12:00

Ҡоһор

Депутатлыҡҡа кандидаттар балыҡҡа барған. Күңелдәре булғансы балыҡ ҡар­маҡлағас, табын ҡорғандар. Бер-ике рюмка коньяк төшөргәс, телдәре сиселгән.– Фажиғәгә осрағандан һуң гел кәйефһеҙ йөрөйһөң. Әллә йүнләп дауаламанылармы?

Добавить в предпочтительные источники Google
ҠоһорҠоһор
Ҡоһор

– Сәләмәтлегемә зарланмайым былай. Тик һайлауҙан үҙ кандидатурамды алырға тура килер, ахыры...
– Юҡты һөйләмә әле...
– Ҡурҡам мин... Ниндәйҙер ҡоһор килде... Мин бит биш йыл элек ремонтларға вәғәҙә иткән юлда бәләгә тарыным, ҡасандыр һалырға һүҙ биргән балалар баҡсаһының нигеҙенә бәрелдем, өс тапҡыр йүнәтергә йыйылышта ант иткән дауахананың реа­нимацияһына эләктем...
– Бына был, исмаһам, тап килеү!
– Тап килеүме, түгелме, мин яңы мәйет­хана һалдырырға вәғәҙә биреп өлгөрҙөм инде...

В. ҒИНДУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас