+31 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
23 Декабря 2022, 10:30

Замана еле

Оло быуын кешеләренең күбеһе совет заманын һағынып бер була. Ул ваҡытта тормош күңеллерәк, тынысыраҡ, кешеләр бер-береһенә һәйбәтерәк ине, тиҙәр. Әллә, миңә әлеге заман да бик оҡшай. Кешеләр ҙә бер-береһенә ихтибарлы. Мин быны машина һатып алғас та тойҙом.

Замана елеЗамана еле
Замана еле

ГИБДД хеҙмәткәрҙәре ураған һайын туҡтатып, хәл-әхүәлде белешә, эсмәнеңме, тип ҡыҙыҡһына, хатта танауҙарын танауға тейҙерә яҙып еҫкәнеп ала – был тиклем хәстәрлектән хатта күңел тула. Заправкаға инһәң, бензинға ҡушып, әллә нәмәләр ҡушып бирергә әҙерҙәр – аҡсаң ғына булһын. Банкыға барһаң, зиннәтле биналағы матур ханымдар шул тиклем ихлас йылмайып ҡаршылай, гүйә беренсе мөхәббәттәре ҡаршыларына килеп баҫҡан. Ә инде кредит алам, тип ауыҙыңды асһаң, үҙҙәре берәй миллион һум отҡандай ҡыуана.
Яңыраҡ классташ ҡыҙҙы осратҡайным. Хатта уға ла был замана шауҡымы ныҡ ҡағылған. Бынан утыҙ йыл элек отличноға уҡыған, башҡаларға өҫтәнерәк ҡараған был ханым мин һөйләгәндә ауыҙға ғына ҡарап тора. Мәйтәм, элек көскә өскә өлгәшкәнде оноттомо, әллә шул тиклем шәп һөйләргә өйрәндемме?
– Класташ, кариес менән йөрөйһөң бит! – тип һалғас аптырап киттем. Баҡһаң, арыу ғына клиникала стоматолог булып эшләй икән. Әйҙүкләп, клиникаһына алып китте лә креслоға ултыртты. Ун минутлап булашҡас, утыҙ ике тешен күрһәтеп йылмайҙы ла:
– Бындай эш бик ҡиммәт тора, ә һинән күп һорап булмаҫ, класташ, биш мең бирһәң етәр, - тип ҡуйҙы.
Ҡыҙыҡ, әүәл теште тиҙ дауалай торғайнылар, хәҙер оҙаҡҡа һуҙалар икән. Барам, ун-ун биш минут тыж-быж иткәс, биш меңде алып ҡалалар ҙа йәнә килергә ҡушалар. Шулай йөрөй торғас, бындай язаға түҙмәнеме, әллә минән дә нығыраҡ аптырапмы, дауалай торған теш килеп төштө бит!
Ошо хәлдән бирле әлеге классташ эшләгән клиниканы урап үтәм. Әммә унһыҙ ҙа тормошомда йылмайыуҙар һис кәмемәй.
Фатирҙан сығыу менән башлана:
– Тышҡы ишекте алыштырырға кәрәк, хулигандар емергән, берәр мең йыйһаҡ, бына тигәнен ҡуябыҙ, -тип йылмая туғыҙ ҡатлы йортобоҙҙоң старостаһы.
– Интерактив таҡта алабыҙ, ата-әсәләр был изге эшкә үҙ өлөштәрен индерергә тейеш, балалар өсөн бит! – тип алыҫтан уҡ балҡып килә улымдың класс етәксеһе.
Магазинға, банкыға, поликли-никаға инһәң дә йылы ҡараштар, ихлас йылмайыу ҡаршылай.
Һис тә бөгөнгө заманды тәнҡитләргә ярамай. Һәр осорҙоң үҙ ғәҙәттәре, ҡиммәттәре, үҙ еле һәм еҫе. Бөгөнгө замананан иһә аҡса еҫе килә. Кеҫәң ҡалын булһа, бөтә донъяһы һиңә йылмайып ҡарай. Һаумы, капитализм!

Марат ӘМИНЕВ.

Автор:
Читайте нас