+7 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
4 Января 2023, 08:30

Сюрприз

Сәй эсеп ултырғанда бабайым: – Тыуған көнөңә сюрприз әҙерләнем, ҡарсыҡҡайым! – тине.– И, Нәбиуллам, һинең ундай бүләктәрең күп булды инде, ми­не улай ғына шаҡ ҡатыра ал­маҫһың, – тип сер бирмәгән булһам да, йөрәк елкенеп ҡуйҙы. Нимә ҡыландырып маташа икән?

СюрпризСюрприз
Сюрприз

Ваҡыт үтә торҙо. Әммә мине ымһындырған сюрприздың үҙе лә, еҫе лә тойолманы.
Инде был турала онота ла башлағайным. Бер көндө шулай ҡара тауыҡ артынан бесәнлеккә менеп киттем. Әһә, мин әйтәм, ҡасҡалаҡ, һин шунда ояла­ныңмы ни!
Мөйөштән тауыҡтың сыҡ­ҡанын көтөп торҙом да ҡулымды төптәге соҡорға тығып ебәрҙем. Дүртме, бишме йомортҡаны эләк­тереп алып, йәнә һонолоуым булды, ҡулым ҡаты ғына нәмәгә тейҙе. Тартып сығарһам, нин­дәйҙер ҡумта! Бәй, был ниндәй нәмә тағы? Тауыҡтыҡы түгелдер бит? Тартманы асып ебәрһәм, күҙем шар булды: эсендә нәҙек кенә үксәле туфлиҙар!
Бер ваҡыт телевизор ҡарап ул­тырғанда ҡартыма:
– Их, Нәбиуллаҡайым, Алла­ға шөкөр, һәйбәт йәшәнек, шулай ҙа ғүмеремдә бер генә тапҡыр ҙа ҡәләм үксәле туфли кейеп ҡа­раманым, – тип әйт­кәй­нем, Нә­биуллам, һаҡа­лын һыйпап:
–Кейер инеңме уны? – тип һорап ҡуйҙы.
– Ә ниңә кеймәҫкә, кейер инем! Ана бит һикһәнгә, туҡ­һанға еткән ҡарсыҡтар ҙа тек-тек баҫып, күтәрмәле туфли кейеп йөрөй. Минең уларҙан ҡайһы ерем кәм? Ишшеү күпкә йә­ше­рәкмен әле! Кейәм, Алла бойор­ған булһа, кейәм!
Фәрештәнең ”амин” тигән сағына тура килеп, тормошҡа ашты бит теләгем. Хәҙер бына, таяҡҡа таянып, ҡәләм үксәле туфлиҙа йөрөргә өйрәнәм.

Рәфиҙә СӘЛМӘНОВА.

Автор:
Читайте нас