+17 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
6 Января 2023, 07:00

Бынағайыш!

ШӘП УҠЫТЫУСЫ Ҡыҙҙарыбыҙ балалар баҡса­һына йөрөй башланы. Әллә икенсе, әллә өсөнсө көндө үк тәрбиәсе ҡатыныма йомошон белдергән.–Әсә телен өйрәтеү буйынса фәлән-фәлән авторҙың бик шәп китабы бар. Шуны бер нисек тә осрата алмайбыҙ. Һеҙҙең ирегеҙ шул тирәләрәк эшләй шикелле, табып бирешһә, мең рәхмәтле булыр инек.

Бынағайыш!Бынағайыш!
Бынағайыш!

Шатланып риза булдым. Унан тәрбиәсебеҙҙең күңелен күреү өсөн дә уңайлы форсат бит был. Тәжрибәле кешеләрҙән, йомарт бул, бүләгеңде, күстәнәсеңде йәлләмә, балаңды өф итеп кенә йөрөтөрҙәр, тигәндәрен ишет­кәнем бар ине.
Был ханымды яҡшы беләм. Билдәле кеше бит ул. Йәш быуын­ға туған телде өйрәткән, уның нәфислеген аңлатҡан фәһемле китаптары шыплап сығып тора. Матбуғат йортона ла йыш килә ул. Уның менән хатта һөйләшеп торғаным да булды. Вәт, исма­һам, шәп кеше. Шундай һоҡ­ланғыс шәхестәр күберәк булһа ине!
Телефонды улы алды.
–Һаумыһығыҙ!
–Здрасти!
Икенсе көндө ҡыҙына эләктем.
–Һаумыһығыҙ!
–Здрасти!
Бына ниндәй шәп уҡытыусы икән ул!

В. ХАҠОВ.

Фото: proprikol.ru

Автор:
Читайте нас