

Ғәлиҙең йорто ағас, ә Вәлиҙеке таштан. Вәлиҙәрҙең һыйыры быйыл ҡыҫыр ҡалды, ә Ғәлиҙең ҡатыны колхозда хисапсы булып эшләй. Ғәлиҙәрҙең мунсаһына газ кергән, ә Вәлиҙәрҙең урам яҡ ҡоймаһы тимер рәшәткәле. Вәлиҙәрҙең быйыл түр яҡ баҡсаһында ике төп алма ағастары ҡороно, ә Ғәлиҙәрҙең оло ҡыҙы елдән бәпәй тапты. Ғәлиҙең алғы өс теше юҡ, ә Вәлиҙең ваҡыт-ваҡыт биле ауырта. Вәлиҙәрҙең картуфын вис ҡорт ашап бөттө, ә Ғәлиҙең ҡыярын ауыл малайҙары “утап” сыҡты. Ғәли – пеләш, ә Вәлиҙең мыйығы ерән. Ғәлиҙең бисәһе колхоз рәйесе менән типтерә, ә Вәлиҙең ҡатыны мал табибы Наилдең һөйәркәһе.
Һорау: Кем бәхетлерәк: Ғәлиме, әллә Вәлиме?
Илфаҡ ШИҺАПОВ
Фото: proza.ru
https://tulpar.info/news/kyzyk-myzyk/2022-12-03/ilfak-shi-apov-tabyshmak-3056598