

– Их, бында ла килеп сыҡманы бит, әй...– тип уфтанды егет.
Өйгә ҡайтҡас ҡабат интернет селтәренә сумды.
–“Әһә!”– тине ул сабыйҙарса шатланып. – Таптым бит, тағы бер эш урыны, юғары белемле юристы бында обязательно алырға тейештәр! – тине ул ғорур йылмайып. Шундай яҡты уйҙар менән Ильяс йоҡоға талды.
Әңгәмә һөҙөмтәһен белергә килгәндә, егетте тағы “юҡ” яуабы менән шатландырҙылар.
Быйыл ҡулына диплом алды Ильяс. Биш йыл буйына тырышып юрист һөнәрен үҙләштерҙе. Һәм бына, ең һыҙғанып эшкә тотонам тигәндә, эш урыны таба алмай бер була. Ярты йыл самаһы шулай ыҙалана. Ҡайҙа барһа ла, стаж талап итәләр, йә иһә башҡа әтнәкәләре табылып тора.
Ильяс нисәмә тиҫтә дәүләт, шәхси учреждениеларға, юридик агентстволарға барып ҡараны. Береһенә лә морон төртөрлөк түгел.
– Нисек инде улай? Мин биш йыл буйы зерә уҡығанмы?! Юрист дипломы менән урам һепереп йөрөмәҫмен бит инде!– тип йыш ҡына ҡотороноп та алғыланы, түҙемлегенең сиге еткән егет.
Декабрь уртаһы. Өмөттәрен өҙгән Ильяс, йәнә интернет йыһанында йөҙә. Иғтибарын ҡыҙыҡ ҡына эстәлекле иғлан йәлеп итте:
“Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу. Махсус программа. Хаҡы килешеү буйынса.”
– Тә-әк, Ҡыш бабай...Ҡыш бабай?– үҙе һиҙмәҫтән хахылдап көлөп ебәрҙе. –Тапҡандар нимә! Тапҡандар...– егет уйлана төштө. – Бәлки, мин дә, Ҡыш бабай булып ҡарармын?.. Ә Ҡарһылыуҙы ҡайҙан алырға? Яра, әмәлен табырмын әле, – тип үҙен тынысландырып, интернетта иғлан урынлаштырҙы:
–“Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу. Махсус Яңы йыл программаһы. Йорт, офистарға сығыу. Түбән хаҡтар.”
Иртәгәһенә Ҡарһылыу ҙа табылды – танышы Гөлназ ризалашты. Костюмдарҙы ла тиҙ генә тапты отҡор егет. Программалар интернетта донъя, ҡайһыныһы күңелеңә ятышлы, ал да эшлә!
Декабрҙең 24-нән башланып китте Ильястың бизнесы. Апаруҡ эшләргә тура килһә лә, аҡсаны ла көрәп алды.
– Их-х, Яңы йыл байрамы йылына бер генә килә шул...
Д. ХӘСӘНОВА.