+6 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
9 Января 2023, 10:00

Ғинуар

Зәмһәрир һалҡындар ҙа килде – Ғинуар... Әйтсе, ғинуар, Күңелеңдә ниндәй уйҙар?

ҒинуарҒинуар
Ғинуар

Һалҡындарҙа өшөһә лә

Аяҡ-ҡулдар,

Йөрәктәрҙе өшөтмәсе беҙҙең,

Ғинуар...

Күңелдәрҙә аҡ хыялдар,

Өмөттәр бар –

Йылды башлап ебәреүсе бит һин,

Ғинуар!

Берәү һиңә иң ҙур

Ышанысын бағлар...

Берәү килгән йылға

Ниәттәрен барлар...

Әйҙә, яуҙыр ҡарҙарыңды,

Туҙһын буран!

Һин бары тик шатлыҡтарға

Булма һаран...

Йөрәк әле ихласлығын

Һаҡлап ҡалған –

Ғинуарҙарҙың яҡшырағын

Көтә һаман...

Фото: novyefoto.ru

Ләйсән ЯҠУПОВА.

Автор:
Читайте нас