+14 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
3 Февраля 2023, 07:00

Ысын дуҫлыҡ

Бынау Ҡәбиҙә менән Фәғилә кеүек тә яҡын әхирәттәр булмаҫ!Уларҙың был тиклем дә та­тыулығына ҡайһы берәүҙәр:– Их, минең дә шундай йән дуҫым булһа икән, –тип көнләшеп тә ҡуя. Буй-һындары бер сама булғас, хатта кейемдәре лә уртаҡ уларҙың. Ә серҙәре тураһында әй­теп тораһы ла юҡ: кем нимә алған, кем кемгә нимә әйт­кән, анау егет ҡайҙа үрелгән.

Ысын дуҫлыҡЫсын дуҫлыҡ
Ысын дуҫлыҡ

Бер көндө уларҙың дуҫлығының ныҡлығына тағы ла шаһит булдыҡ.
Кассир булып эшләгән Ҡәбиҙә аҡса тарата баш­лағайны, уныһы нишләптер бөтәһенә етмәне лә ҡуйҙы. Ҡайғыға ҡалған ҡыҙыҡай улай итте, былай итте.
– Яңылыш һеҙгә биреп ебәрмәнем микән? – тип аҡса алып өлгөргән кешеләрҙекен ҡабаттан һанап сыҡты.
Эш хаҡы алырға өмөтләнеп йөрө­гәндәр ҙә ауыр һуланы.
– Хәҙер нишләрмен икән, бөгөн туйға барырға ине бит әле.
Шул саҡ төпкө бүлмәлә ултырған Фәғиләнең ҡыуа­ныс­лы тауышы ишетелде:
– Уй Аллаҡайым, әлдә генә үҙем алып өлгөрҙөм!

В. ҒАФУРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас