

– Хөрмәтле инәйҙәр! Һеҙгә беҙ буш ҡул менән килмәнек, алыҫ Германия тарафтарынан бүләк алып килдек, – тип теҙеп китте ҡыҙ саф башҡортсалап. – Ҡарсыҡтарҙың аптырашта ҡалыуын һиҙеп, ул артабан сурытты:
– Инәй, – тип Тимербикә ҡарсыҡҡа төбәлде,–Паспорт-фәлән документтарығыҙ ғына кәрәк ине бит әле, ҡағыҙҙарҙы тултырыр өсөн...
– Уй аллаҡайым, кем унан бүләк ебәреп ята икән ул?!–Ҡарсыҡ ҡыҙҙың һуңғы һүҙҙәрен ишетмәне, үҙенекен һөйләй бирҙе:
– Ҡарт көнөмдә һуң, эй-й рәхмәт яуғыры. Балаҡайым йә, күрһәтә һал һуң,–тип бүләк алып килеүселәр яғына ыңғайланы.
– Миңә лә бармы, ҡыҙым? – тип шатлыҡ тулы йөҙ менән һүҙгә Мәғрүфә ҡарсыҡ ҡушылды.
– Әлбиттә, инәй! Өйөгөҙ ҡайһы тирәлә?
– Бына күршелә генә. Алла ғынам, Тимербикәм, йүгерҙем мин әтеү, ҡайтып өлгөрөр кәрәк,– тип таяғы менән алпан толпан йүгерә-атланы күрше ҡарсыҡ.
– Тимербикә инәй, эштәр былайыраҡ ине бит әле,– тип ҡыҙ егеткә ымланы. Уныһы юғалып ҡалды, тотлоғоп:
– Инәй, бына беҙгә бары тик, әҙерәк... Алты мең һум аҡса ғына бына... “Аңра, нимә һөйләнәң?” тигәндәй ҡыҙ уға йәмһеҙ ҡараш ташланы.
– Почта аша килгәстән, ара ла йыраҡ булғас, саҡ ҡына түләргә ине шул,– тине ҡыҙара биреп ҡыҙ.
– Бәй-й, балаҡайҙарым. Нисек инде түләргә тей ул, бүләкте түләп алалармы ни хәҙер?
– Аңлатып торам бит, почта өсөн түләргә кәрәк,–асыуы көсәйҙе ҡыҙҙың. Шулай ҙа йылмайырға тырышып:
– Пенсияны алып тораһығыҙ...Моғайын да, алты мең генә табырһығыҙ. Көн һайын Германия һынлы Германиянан бүләк ебәреп ятмайҙар, шулай бит? Тимербикә ҡарсыҡ юғалып ҡалды, икеләнде:
– Юҡ, балалар, булдырып булмаҫ ул. Аҡсам бөтөп китте, пенсия көнөн һанап ултырам үҙем.
– Бәлки, күрше-күләндәрегеҙ биреп тора алыр? – Егет аяҡ үрә баҫып һүҙгә килде.
– Юҡ-юҡ, һикһәнемә етеп һоранып йөрөмәҫмен инде, юҡ,– ҡарсыҡтың яуабы ҡәтғи булды.
Ыңғай яуап алмағас, егет менән ҡыҙ һикерешеп тороп, сығып китеү яғын ҡарай башланылар.
Баҡһаң, был йәштәр, “Германия бүләге” тип, ҡарт-ҡораларҙан аҡса һурып йөрөүсе енәйәтселәр булып сыҡҡан. Бер бәләкәй генә ауылда, бер-ике сәғәттә бишләгән оло кешегә “бүләк”тәрен биреп сығып өлгөргәндәр ҙә инде...
Диана ХӘБИБУЛЛИНА.