

Бер нисә йорт аша, улар юлда ултырған иҫерек ҡатынды күрә, ә эргәлә - көрттә, бөтөнләй кейенмәгән бала аҡырып илай.
Өшөүҙән ҡысҡырған ҡыҙыҡайҙы шунда уҡ курткаға төрөп, көрт һәм ҡоймалар аша һикереп, тиҙ генә өйгә йүгерәләр. Ике бала атаһы Станислав өйөндә сабыйҙы йылы халатҡа төрөп, йылытырға маташа. Килеп еткән табиптар һыуыҡтан туңа яҙған сабыйҙы реанимацияға алып киткән. Ә иҫерек һәм бер нәмә лә аңламаған аңра ҡатын полиция килеп, бүлеккә алып киткәнсе юлда ултыра. Унда асыҡлауҙарынса, ҡатындың хоҡуғы булмаған тағы дүрт балаһы барлығы һәм ул кеше үлтергән өсөн хөкөм ителгән булып сыға.
Фото: news.myseldon.com