+17 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
14 Февраля 2023, 11:00

Мөхәббәтле йорт

Ысын мөхәббәт бар ул, егет­тәр, бар! Беҙҙең ауылға былтыр уҡытырға килгән Гөләндәм менән лесничий Ҡәүи араһында шундайын мөхәббәт дөрләп китте – ундайҙы бер китапта ла уҡы­ғаным, бер кинола ла күр­гә­нем юҡ әле. Бер-береһенән һөйөү тулы ҡараштарын да алмай, етәк­ләшеп кенә йөрөйҙәр, әйгенәм.

Мөхәббәтле йортМөхәббәтле йорт
Мөхәббәтле йорт

Мөхәббәт тау ҙа аҡтарта, диңгеҙ ҙә кистерә, ти. Ҡәүи диң­геҙ кисеп йөрөмәне, буғай, тау аҡтарыу түгел, уға үрмәләгәнен дә күрмәнем. Шулай ҙа егетлеген күрһәтте – Гөләндәмгә өйлөк ағас бүләк итте. Тура килһә килә бит – ағас тейәгән “КаМАЗ”дар ҡәҙерле йөктәрен бушатып та китте, мөхәббәттең ҡайнар ялҡыны һүрелә лә башланы.
Күп тә үтмәй, Гөләндәм менән ауылдың иң данлыҡлы балта оҫтаһы Кәбир араһында ҡупҡан һөйөү усағы бөтә донъяны йылы­тырлыҡ ҡайнарлыҡта дөрләп китте. Кәбир үҙенең бригадаһы менән хәтәр ҙур бураның һуңғы рәттәрен һалғансы дауам итте ул.
Бер аҙҙан үҙ пилорамаһында көн-төн таҡта ярҙырып һатҡан Ғәлимйән, район үҙәгендә пластик тәҙрәләр менән сауҙа иткән Вафир, электрик Сәғәҙәт, “Газель” йөк машинаһы булған Мә­рүән дә алмашлап мөхәббәт даръяһына сумып-сумып алды. Шуныһы ҡыҙыҡ – һәр береһе көсөнән, дарманынан килгәнсе әлеге йортто төҙөүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
Гөләндәмдең йорто ауылыбыҙ­ҙың биҙәге хәҙер. Туй күлдәге кейгән ҡыҙ кеүек барыһын да матурлығы менән һоҡландыра. Шулай булмай, баҡса йә аҡса емеше түгел, мөхәббәт емеше бит ул!

Марат Әминев.

Фото: b17.ru

Автор:
Читайте нас