+23 °С
Дождь
Ғәләмәт бит
14 Февраля 2023, 05:00

Мәшәй юбилейы

Мәшәй үҙенең 50 йәшен бөтә республика кимәлендә уҙғарырға теләп, бик ҙур пландар ҡора. Алдан уҡ кем ниндәй бүләк алырға, нисә кешелек табын әҙерләргә тейешлеген тәғә­йенләп, ҡаланан-ҡалаға, ауылдан-ауылға йөрөп, ойоштороу эштә­ре алып бара. Ул гел генә яҙыу­сылар араһында буталып йөрөгәс, был үҙе лә ҙур яҙыусы икән, тип уйлайҙар. Реклама көслө нә­мә бит.

Мәшәй юбилейыМәшәй юбилейы
Мәшәй юбилейы

Ғинуар айында үткәрелә башлаған юбилейын төбәк һа­йын уҙғарып йөрөй торғас, йәй ҙә килеп етә. Ауыл халҡы­ның ҡы­ҙыу эш мәле. Өҫтәүенә, Мәшәй Мәшәевичтың тә­ғәйенләнгән юбилейын үткә­рергә ҡайҙандыр аҡса табырға кә­рәк. Клуб алдында эленеп торған ҙур иғ­ландағы портреты күп­тән инде тишерҙәй булып ауыл хакимиәтенең бинаһына ҡарап тора бит.
Берҙән-бер көндө Өфөнән килгән оло түрә, был ауылдан уҙып барышлай, иғланды күреп ҡала ла үҙенең ярҙам­сыһына:
– Нимә, был маҡтансыҡ малай юбилейын ҡыш Өфөлә бик киң итеп үт­кәргәйне, хәҙер йыл буйына халыҡты мә­шә­ҡәтләп, шапырынып йө­рөймө инде? Уттай ҡыҙыу ураҡ мә­лендә ниндәй юбилей, срочно отменить! – тип бойороҡ бирә.
Шунан алып Мәшәй юбилейын ғына түгел, хатта тыуған көнөнөң ҡасан икәнен онотҡан, имеш.
Юбилей уҙғарып, бүләк йыйырға яратҡан эшем эйә­лә­ренән хәҙер:
– Һин нимә, Мәшәй һымаҡ булғың киләме? – тип көлөп ҡуялар.

Д. ДӘМИНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас