+14 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
19 Февраля 2023, 11:00

Ауыл телестудияһы белә

Бөгөн ауылдарҙа ла ҡаланан ҡалышмайҙар. Хатта ҡаланы уҙҙыралар әле. Бына, мәҫәлән, иң төпкөл ауылдың берәй сараһына барып төшәһең икән, унда ауылдың үҙ теле-операторы, фотографы, видеографы һәм хәбәрсеһе бар.

Ауыл телестудияһы беләАуыл телестудияһы белә
Ауыл телестудияһы белә

Уларҙың эше – ауыл биләмәһе башлығын төшөрөү. Был хеҙмәткәрҙәр биләмә башлығын өйөнән сыҡҡандан алып төшөрә һәм яҙҙыра башлай. Ятып та, алдына ҡолап та, йәнәшәһенән йүгереп тә, хатта юлда килеп сыҡҡан кешеләрҙе генә түгел, мал-тыуарҙы туҙҙырып ҡыуып та үҙ эшен башҡара улар.
Клубтың ишеге ҡыйшайған. Ярай, ул тәңгәлде үткәреп ебәрәләр, ә бына фойела гөлдәр үҫтерелә, шул тирәләрәк өйөрөлә башлыҡ. Рәхәтләнеп яҙҙыралар был күркәмлекте. Артабан залдағы ултырғыстарҙың емеректәрен халыҡҡа, төҙөктәрен алға – хужаларға һәм ҡунаҡтарға ҡуйып, еренә еткереп төшөрәләр. Сәхнәнең иҙәне әҙәм ҡарағыһыҙ, күптән буяу күрмәгән. Был тәңгәлдә етәксенең түрҙә һөйләп торғанын ярты билдән генә алырға икәнлекте белә һөнәрмәндәр. Сәскәгә аҡса бүлеп тормаған, осһоҙло картина ғына тотоп килгән, ярай, аҙағыраҡ берәйһенең матур букетын тотоп та кадрҙар эшләп ҡуясаҡтар.
Командировкаларҙа йөрөгәндә шулай көнләшеп тә ҡуйыла ул. Һинең видео төшөрөр кешең дә, фотографың да, айырым хәбәрсең дә юҡ. Һәм хатта тырышып-тырышып телефоныңа төшөргән кадрҙарҙы ла гәзит-журналға ҡуймауҙы һорайҙар. Сөнки, унда емерек ишек, боҙоҡ ултырғыстар, алама шаршау, буялмаған иҙән йәки һыуыҡтан залда ҡышҡы өҫ кейемендә ултырған тамашасы эләгергә мөмкин. Ә ауыл биләмәһе башлығының хеҙмәткәрҙәре төшөргәндә барыһы ла ал да гөл. Ауыл телестудияһы үҙ хеҙмәтен белә.

Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.

Автор:
Читайте нас