+15 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
22 Февраля 2023, 05:00

Өйрәккә штраф һалғандар

Ставрополь полицияһы хеҙмәткәрҙәре юлға килеп сыҡҡан өйрәк арҡаһында юл-транспорт ваҡиғаһына осраған. Ҡошто илдең административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.30 статьяһы буйынса ғәйепле тип тапҡандар.

Өйрәккә штраф һалғандарӨйрәккә штраф һалғандар
Өйрәккә штраф һалғандар

Өйрәккә 2 мең һум күләмендә штраф сәпәгәндәр. Уны ҡоштоң хужаһы, өйрәк хужалығы тотоусы 46 йәшлек ҡатын түләйәсәк. Баҡтиһәң, “авария яһаусы ҡош” һауа һуларға сыҡҡан иптәштәре төркөмөнән айырылып ҡалған булған. Юл аша йүгереп сыҡҡанда, патруль машинаһының тәҙрәһенә осоп бәрелгән.

Бахыр үҙе шунда уҡ йәрәхәтләнеп донъя ҡуйған. Машина тәҙрәһе ремонтын ҡош хужаһы түләмәйәсәк, тип килешкәндәр.

Көлкө кеүек тойола был хәл. Әммә патруль машинаһы ҡатнашлығында авария булған осраҡта шулайыраҡ булалыр инде ул. Ана бит, хатта өйрәккә лә штраф һалғандар...

Фото: lenta.ru

https://omet-rb.com/articles/d-nyada-nil-r-bar/2023-01-21/avariya-yasagan-rd-kk-shtraf-salgannar-3114352

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас