+13 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
1 Марта 2023, 08:00

Бары 5 минут кәрәк

Сәләмәтлек бер ҡасан да һынатмаһын өсөн күп тә түгел, әҙ ҙә түгел, бары тик 5 минут кәрәк.

Бары 5 минут кәрәкБары 5 минут кәрәк
Бары 5 минут кәрәк

Күптән түгел донъяның 21 иленән 100 000-ҙән ашыу кешегә ҡағылған тикшеренеү һөҙөмтәһе шундай булған: көнөнә 6-8 сәғәтте ултырып үткәрһәң, йөрәк, ҡан тамырҙары һәм матдәләр алмашыныуы менән бәйле проблемаларҙан иртә үлеү ҡурҡынысы 12-13 процентҡа арта. Оҙағыраҡ булһа, 20 процентҡа. Ултырыуҙың рөхсәт ителгән “дозаһы” – көнөнә 4 сәғәт. Шуға күрә һәр сәғәт һайын 5 минут йөрөп алырға кәрәк.

 

Фото: filmgourmand.livejournal.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас