+15 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
2 Марта 2023, 12:30

Контракт шулай

Берәй эштең аҙағы уңышлы килеп сыҡһын өсөн, һис һүҙ­һеҙ, таныш-белешкә, ту­­ған-тыумасаға, дуҫ-иштәргә, ҡоҙа-ҡоҙағыйға барырға кәрәк. Был тормоштоң ҡағыҙға яҙылмаған ҡануны.

Контракт шулайКонтракт шулай
Контракт шулай

Бер журналист әҙәбиәттә көсөн һынап ҡарар өсөн пьеса яҙа. Яҙыу – бер, ә уны театрҙа ҡуйһалар – был биге­рәк тә ҙур уңыш. Театр­ҙағы етәк­селәр араһында таныш-белешең, ҡоҙа – ҡоҙағыйың булма­һа, яҡын да юллатмаясаҡтар.
Был журналистың Башҡортостандың дәүләт драма театрҙарының береһендә әллә яҡташы, әллә туған-тыумасаһы директор булып эшләй. Улар яңы пьесаны сәхнәләштерер өсөн һөйләшәләр, килешәләр.
Бына премьера була. Һуңынан спектаклгә тәнҡитселәр, етәкселәр анализ яһап, йыйылыш уҙғара. Унда артистар булһалар ҙа, береһе лә сығыш яһамай. Йөҙҙәре емерелеп, танауҙары һәленеп кәйефһеҙ генә ултыралар.
Йыйылыш бөтә. Автор, минең пьесам әллә артистарға оҡшаманымы икән, тип бик борсола. Һәм уларҙың береһен ситкә генә алып китеп:
– Ни эшләп кәйефегеҙ юҡ, – тип һорай.
– Театр етәкселәренең башбаштаҡлығы артистарҙы бик яфалай. Башбух менән директор беҙгә барлығы кварталына 50 һум ғына, ә үҙҙәренә 50 мең һум премия яҙа, – тип һөйләп бирә ул.
Автор, театр директорының бик яҡын кешеһе булғас, тартынмайынса уға: – Артистарға бик әҙ премия яҙаһың икән, шуға ла уларҙың кәйефе юҡ, – ти.
– Булмаһа – булмайҙыр инде. Ни хәл итәһең. Мин дә, главбух та кварталына 50 мең премия алырға тейешбеҙ. Беҙҙең контрактыбыҙ шулай, уларға күберәк бирһәң, беҙгә нимә ҡала? – тип аптырай директор.

Юнир САЛАУАТОВ.

Автор:
Читайте нас