+14 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
4 Марта 2023, 07:00

Ҡыҙыҡлы мәғүмәттәр...

Йәшләй кейәүгә сыҡһаң – ҡайҙа ашығаһың, өлгөрмәҫмен тип ҡурҡаһыңмы?Кейәүгә сыҡмаһаң – һиңә бер кем дә ҡарамай.Бер генә бала үҫтерһәң – аҙ.Күпләп тапһаң – ниңә хәйерселек арттыраһың?

Ҡыҙыҡлы мәғүмәттәр...Ҡыҙыҡлы мәғүмәттәр...
Ҡыҙыҡлы мәғүмәттәр...

Тырышып эшләһәң – аҡса бер ваҡытта ла етмәй.
Эшләмәһәң – әсәйеңдең пенсияһын ашап ятыу оят түгелме?

Машина, фатир алһаң, диңгеҙгә ял итергә барһаң – ниндәй аҡсаға, буштан төшкән ере барҙыр...
Былар булмаһа — аҡса табырға эшкинмәй.

Вузда уҡыһаң – барыбер дипломыңдың фай­ҙаһын күрә алмаясаҡһың, уҡып мейеңде серетмә.
Уҡымаһаң – киләсәгеңде ҡайғыртмайһың, ғүмер буйы урам һеперәсәкһең.

Эсһәң – һин алкаш.
Эсмәһәң – сирле.

Кешегә бер нисек тә ярап булмай. Шуға үҙеңсә йәшә!

Сығанаҡ: "Зөһрә йондоҙ" төркөмө.

Фото: shutniks.com

Автор:
Читайте нас