+7 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
7 Марта 2023, 12:00

Мәҙәни тормош

– Әхирәт, мәҙәниәт усағы ғәләмәт дөрләй... – Эйе, эйе, ауылыбыҙҙағы куль­тур-мультур тормош һәр саҡ гөрләй. Концерт, спектаклдәрҙе онотҡанда бер ҡуйып, шунан район гәзитенә яҙып, эй, маҡтаналар, эй, дөрләйҙәр. Хәс тә айға менеп төшкәндәрме ни...

Мәҙәни тормошМәҙәни тормош
Мәҙәни тормош

Ә бына йома һәм шәмбе кистәре ауыл клубында бигерәк күңелле инде, әйкәйем. Ололар тормошон тәмләргә сыҡҡан балаларҙы күреп, эй-й, үҫкәндәрем, тип бик-бик һоҡ­ландым. Ана үрге оста йәшәү­се Мараттың улы, етенсе класта өсөнсө йыл пәдрәт ултырһа ла, ниндәй шәп! Күрһәң икән, тәмәкене нисек борхота!.. Вәт, төтәтә, тек төтәтә, хатта уны берәй ата тәмәжник менән бутарһың. Мәр­йәмдең ҡыҙы бигерәк матур булып буй еткергән. Тырнаҡтарын күк, күҙҙәрен йәшел, ирендәрен ҡап-ҡара, сәстәрен ҡыҙыл итеп буяған. Иҫем китеп бик оҙаҡ ҡарап торҙом. Йәштәр ят көйҙәргә эй һикергеләгән булалар, зоопаргың ары торһон. Шулай бер аҙҙан күрше ауыл йәштәре килеп һуғышып китте. Ҡойолған теш, һын­ған аяҡ-ҡул, ҡабырғаларҙы һанамағанда, беҙҙекеләр горазды шәберәк. Мәҙәниәт усағында сервис-хеҙмәтләндереү яҡшы кимәлгә ҡуйылған. Иҫереп тәгәрәһәң, бер мөйөштә аунап, ял итә­һең. Төпкө бүлмәлә VIP-клиенттар өсөн диван да бар. Рәхәт хәҙер йәштәргә, төндә үк магазинды астырып, һыра алырға була. Сәмәй точкалары ла төн йоҡламай, йәштәрҙе көтә. Хатта ҡайһы бер изге күңелле көмөшкәселәр клубҡа килеп, үҙҙәре тауарын тәҡдим итә, ти. Уныһы бигерәк уңай. Ә бына...
– Туҡта әле, әхирәт, мин бит клуб дөрләй тием би-ит.
– Эйе, эйе, гөрләй, ғәләмәт...
– Эй-й, янғын сыҡҡан бит. Клуб яна-аа. Янғын!!!
– Ай, аллаҡайым, нимәңде ҡарап тораһың һуң?!

Алтынбикә КӨМӨШБАЕВА.

Автор:
Читайте нас