

Нисә йәш һуң уға? 50 тиһеңме? Үәт, ҡартлас! Мыжып маташҡан буламы, мәхлүк? Ҡышҡы һалҡындарҙа өшөмәҫкә һәйбәт була ул, тиң. Тиҫкәреләнә? Заказ биреүсе артист? Писк моды, тиң, сәхнәгә кейеп сығырға онотмаһын! Икебеҙ ҙә отабыҙ, тип әйт, һеҙҙең костюмығыҙҙы ғына ҡарар өсөн генә лә килеүселәр күп булыр, миңә лә заказдар артыр, мастерскойыңдың телефон номерын бирергә онотма, киләһе заказыңа, шик моды уйлап табырбыҙ, тиң!
– Алло, кем шылтырата? Улым һинме? Ни эш бөтөрәһең? Хәлдәр насар, салбар тектерҙем тиһеңме? Бер балағы тубыҡҡа тиклем ҡыҫҡа. Абау, материалыңды ғына әрәм иткәндәр бит! Күҙҙәрен йомоп ҡырҡҡандар микән ней? Берүк ала күрмә, баш тарт! Һеҙ моданан артта ҡалғанһығыҙ тинеләр!? Мин мода артынан ҡыумайым тиң, материалыңдың хаҡын икеләтә ҡайтарһындар, за моральный ущербын да өҫтәп түләһендәр! Нисек апайың теккән? Һуңынан белдем?..
Фәнүр ХӘБИБУЛЛИН.