

Ир кеше социаль селтәрҙә бер ҡыҙҙың телефон номерын табып, уның менән яҙыша башлаған. Хеҙмәт күрһәтеүсе унан 33 мең һумды алдан түләргә кәрәклеген белдергән.
Ир аҡса күсергән. Ләкин шунан һуң теге ҡыҙҙан елдәр иҫкән, телефонын да һүндереп ҡуйған. Бер ҙә күрмәгән кешегә нисек аҡса күсермәк кәрәк инде? Күпме генә иҫкәртмәһендәр, халыҡ һаман да мутлашыусылар ҡулына эләгә.
Фото:polimem.forumsdp.ru