

Өфө – Өфө инде ул! Ҡар баҫһа ла, саң ятһа ла, һыу йыуһа ла. Ярай, бөгөн урамдар тығылып, тротуарҙар ҡапланып, балалар майҙансыҡтары ҡарға батып ята, ти. Булһа ни булған? Кем әйтмешләй, ас булһам да асфальттан йөрөйөм, тип, баш ҡала халҡы тырышып-тырмашып ҡар араһында ҡымырйып маташа әле. Ҡайғырмайыҡ, дуҫтар, яҙ килде бит. Ана, инде ҡояш та ирәбе йылмая. Ирер, ҡар ҙа булдымы бер бәлә...
ИЛ ИНӘЛӘРЕ ҮРСЕГӘНДӘ
“Ил инәһе” тигән миҙал һуғыусы машина уйлап тапҡандар, ти бит! “Шап та шоп” һуғып ята, ти, миҙалды. Нормаһын үтәй генә түгел, артығы менән еппәрә, ти. Һуғып сығарып тора, таратып торалар, ти. Өләсәйҙәргә таратҡандар башта. Унан инәйҙәргә. Ары – ҡатындарға. Унан килендәргә. Аҙаҡ бисә-сәсәгә шунда. Ахыры – ҡыҙ-ҡырҡынға лә һәм, бөгөн, аванса менән садик ҡыҙҙарына өләшәләр, ти. Шулайтмай булмай, ти, машина һуғып торғанды ҡыйлыҡҡа алып барып ырғытып булмай бит, кемгәлер бирер кәрәк. Борсолма, һиңә лә бирерҙәр. Енесең ҡатын затынан булһа – еткән, барыбер берәй көн алып киләләр. Машина бит юҡҡа һуғып тормай миҙалды. Уның бурысы – ил инәләрен үрсетеү.
ҺИН ДӘ МУЛЛА, МИН ДӘ МУЛЛА...
Класташтар осрашыуында булып килдем. Утыҙ йыл күрешелмәгән йәштәштәремдең хәл-әхәүәлен белдем. Арабыҙҙан бер түгел өс класташым мулла булып киткән икән. Эсергә-тоторға бирмәнеләр инде, вәғәз уҡып...
Береһе армиянан ҡайтҡас та кемделер туҡмап төрмәгә эләккәйне. Унан сығып тағы ниндәйҙер сәбәптәр менән икене эләкте. Шунда ныҡ аҡылға ултырған, күрәһең. Дин ҡабул итеп сыҡҡан. Афарин! Беҙ улай булдыра алманыҡ...
Икенсеһе ныҡ эсте йәшлегендә. Аҙаҡ та. Олоғайғас та. Ғаиләһе ташлап китте, эшен юғалтты, өйһөҙ ҡалды. Әммә бирешмәгән. Ҡапыл дингә килгән дә, әхлаҡи нормаларҙы бер һикереүҙә ашатлаған да ҡуйған. Һаман да йорт-кәртәһе, ғаилә-ҡәлғәһе юҡ, әммә аҡылы күбәйгән. Беҙ улай булдыра алманыҡ инде...
Өсөнсөһө мәктәпте тамамлағандан алып бер ерҙә лә, бер көн дә эшләмәгән. Ярты сәғәтлек тә хеҙмәт кенәгәһе юҡ икән. Башта әсәһе ҡараған, унан ҡарсыҡтың пинсейәһен һурған, һуңғараҡ ҡатыны аҫраған, тора-бара балалар аҡсаһы сыҡҡан. Әле лә “путинский” балалар аҡсаһына ғүмер итә. Ары-ып-талып, хөкүмәткә бил бөгөп, йөҙ һыуын түгеп йөрөмәй. Башы бар. Беҙ улай булдыра алманыҡ инде...
Класташтар осрашыуында бына ошо өс ир-әһелебеҙ уртала булды. Кинәнеп вәғәз тыңланыҡ. Һин дә – мулла, мин дә – мулла...
АЙЫҠ АУЫЛДЫҢ ИҪЕРЕК УЙЫ
Конкурстар гөрләй! Айыҡ ауыл булам, тип, бөтөн эскеселәрен ҡыуып ебәргән ауылдар бар. Ысын! Бер ауылда байрам итергә яратыусыларға ҡаланан фатир һатып алып биргәндәр. Ауылдың исемен һаттырмау өсөн һәм дә беренсе урынды алыу өсөн нимәгә лә баралар, ти, ярышыусылар. Бына шулай, аптырап тормағандар, кем һыйырын һатҡан, кем – атын. Кем бесәнен осорған, кем орлоҡҡа тигән картуфын. Ҡалайтһалар ҙа, өс-дүрт алкашты фатирлыҡ итерҙәй аҡса йыйғандар инде. Хәҙер, баяғы, күсмәнделәр ҡала эскеселәре рәтен тултыра, ти. Һис кенә лә ҡайғырмайҙар, ти, шулай ҙа. “Айыҡ ҡала” бәйгеләре башланып китһә, бәлки, сит илгә лә сығарып ебәрерҙәр әле, тип өмөт итәләр, ти, тегеләр. Ә ауылда конкурс дауам итә.
Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.