+4 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
25 Марта 2023, 08:00

Хәстәрлек

– Тор улым, тор, күпме йоҡо һи­мертергә була! – тип атаһы ун һиге­ҙен тултырып килгән әз­мәүерҙәй улын уятып маташа. Уныһы иҫе лә китмәй, төш кү­реүен белә.– Айрат, тораһыңмы, юҡмы, ну-ка, уян! – ата кешенең тауышында ме­талл сыңланы.Улыҡайы бар тип тә белмәне, ише­тмәне лә шикелле.

Добавить в предпочтительные источники Google
ХәстәрлекХәстәрлек
Хәстәрлек

– Улым, бәләкәсем, зинһар, күҙҙә­реңде ас инде, алтыным, мәктәпкә барырға кәрәк бит, бер-ике дәрес булһа ла ултырып сыҡһаңсы! – тип инәлә башланы.
Улы ла иркәле тауышты ишетеп, мырылдап юрған аҫтынан саҡ башын сығарҙы:
– Атай, уф, арыным, бармайым бер ҡайҙа ла, – йоҡоло күҙҙәрен тырнай-тырнай егет мыжырға кереште.
– Нисек, бармайһың, һинең өсөн һуң кем уҡырға тейеш, бер ике аҙна ғына ҡалды бит, ә имтихандарҙы кем бирә?! БДИ-ға кем әҙерләнергә тейеш! Йоҡлап арыныңмы ни? Йә, тор!
– Атай, йоҡом туйманы, саҡ ҡына, тағы биш минут... – тип әйтеп тә өл­гөрмәне, туҡһан етенсе төшөн барлай ҙа башланы.
– Айрат, етте! Йоҡо мәңге туймай ул, тор, һиңә кисен репе­ти­торға ла барырға кәрәк! Улай ҡыланһаң, машинаны бүтән бир­мәйем, ишетһең ҡолағың.
Егет шундуҡ һикереп торҙо:
– Нимә, машина бирмәйем, кем әле йоҡлай, бына бит торҙом, атай, күрәһеңме, торҙом.
Атаһы иркен тын алды, тағы бер иртә артта ҡалды...
Ана шулай мәктәпте бөтөрөп баралар Айрат менән атаһы. Бәләкәй сағында, урамдан уйнап кереүенә, бөтә дәрестәрен әҙер­ләп ҡуя ине, әле булһа, төнө буйы машинала ҡала буйлап дуҫтары менән мөстәнләнеп йөрөгәнсе, бар өйгә эштәрен эшләп, порт­феленә тултырып һалып ҡуя хәстәрлекле атай.
Ярай, дәресе – дәрес БДИ-һы килеп етеп бара.
– Уныһын ҡалай хәл итербеҙ, уйлауы ҡурҡыныс, – тип ата кеше көн­дән-көн хафаланды.
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тиҙәрме әле? Ыһы, тап шулай, бул­дырҙы бит Айрат атаһы ме­нән. БДИ тигән афәтте лә шып итеп, тик яҡшы билдәләргә генә биреп сыҡтылар. Атаһының һө­йөүҙәре һуң! Уның берҙән-бере имтихандарға ҡалай шәп әҙер­ләнеп, бер үҙе генә шыр бишкә бирҙе бит! Тик сығарылыш ки­сәһендә ныҡлы ғына аттестатын йыуған Айрат, иртән, әүәл­гесә, тора алманы. Таң менән атаһы улыҡай­ының барлыҡ ҡа­ғыҙ-ҡоғоҙҙарын барлап һалып, юғары белем йортона документтар тапшырырға юл тотто...

Диана ХӘБИБУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас