

– Эй, Зөфәр улым, шулаймы? Ҡарасәле, сығып киткәнен күрмәй ҡалғанмын шул, – тине ул ихата алдын күҙәтә биреп. – Йә булмаһа, әйҙә үҙем сәй эсереп сығарайым, асыҡҡанһыңдыр инде, улым, бына сәйнүгем дә бар.
– Фәхерниса инәй, борсола күрмәгеҙ, тамағым ас түгел, эшем дә байтаҡ ҡына, аҙбар таҙартаһы бар, утын бысаһы...
– Ярай әтеү, Зилә ҡайтҡас кереп сығырмын әле, – тип инәй ҡайтып китте, ә Зөфәр үрле-ҡырлы һикереп өйөнә кире осто.
– Зилә, Зилә! Мин гений, ҡайтты теге Ҡәһәрниса ҡарсыҡ! Бөгөн, моғайын, килеп йөрөмәҫ...
– Уф, Зөфәр, гел шулай тип әйтәһең дә ул, биш минут та үтмәй, арттан килеп тә керә. Бер керһә ярты көн буйы кеше һөйләп, тикшереп ултыра ла ҡуя, ваҡыт буры! Кеше эшһеҙ, уның күңелен күреп ултырырға тейештәр тип уйлай микән, – тип йәш ҡатын турһайып һауыт-һаба йыуырға тотондо.
Инде бирге яҡ күршеһе – алтмышын ҡыуып килгән Мәликәгә юлланды Фәхерниса ҡарсыҡ:
– Мәликәкәй, арыуғынамы? Ни эш бөтөрәһең?
– Фәхернисау, һине генә иҫкә төшөрөп ултыра инем, оҙон ғүмерле булырһың, ахыры, – тип йылмайып ҡарсыҡты сығып уҡ ҡаршы алды Мәликә. – Әйҙә, үт, күршекәйем, ҡойола һыу бөтөп киткән, сәй ҡуйып ебәрер инем дә...
– Әй-й, Мәликәм, һине бимазалап йөрөйөм инде, эшеңде туҡтатып. Һыу тип көйәләнмә, бына бит, сәйнүк тултырып һыу алып килдем, бер сәйнүк сәй икебеҙгә етер әле.
– Етмәй ней, етә, һинең һыуың бигерәк тәмле була торғайны. Тик бына бесән эшләүселәргә ашарға алып барырға ине. Кис ин, көтөү ҡайтҡас, йәме? – тип Мәликә ҡунағынан алда ҡапҡанын сыға башланы.
– Сания, тауығың әллә тағы себеш баҫып сығарған? Ҡара һин уны, маладис бит әле ул, – Фәхерниса ҡарсыҡ баҡса аша Ғилмандың ҡыҙына һүҙ ҡушты.
– Сәйгә саҡырыр инем, Фәхерниса инәй, сәйнүгем янды ла ҡуйҙысы!
– Ысынмы, балам! Ҡуйсы әрәм булған! Мейесең бына тигән, ут яғып та сәй ҡайнатып була ул, – тип ҡарсыҡ баш һелкеп Санияның ҡайғыһын уртаҡлашты. – Һыуһап та бөткәнһеңдер, ҡыҙым, баҡса эше уйын түгел. Бына сәйнүк...
Зилә Зөфәренең ҡапыл ҡысҡыуына терт итеп ҡалды:
– Зилә-ә-әү, ҡапҡа тышында Ҡәһәрниса ҡарсыҡтың сәйнүге ялтыраны!..
Диана ХӘБИБУЛЛИНА.
Фото: printonic.ru