+10 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
12 Апреля 2023, 11:00

Кейәү монологы

(Кинокурға эйәреп) – Алло, ҡәйнәм, сәләм! Нисек инде кем! Был мин – кейәүең! Ниндәй кейәү тип ни, шул һеҙҙең ҡыҙ­ҙы бәхетле итергә вәғәҙә биргән кейәү инде... Ну, әлегә бәхетле итеп булманы, кәниш­нә... Егерме биш йыл ғына йә­шәй­беҙ бит әле. Юҡ, юҡ, ҡәй­нә­кәйем, һыра­хананан шылтыратмайым. Малаймы ни мин пивнушкала йөрөргә?! Ҙурҙар йөрөй торған ерҙән шылтыратам – айныт­ҡыстан. Осраҡ­лы рәүештә эләктем, ҡәйнәм.

Кейәү монологыКейәү монологы
Кейәү монологы

Төндә казинонан трусиктан ғы­на сыҡҡан инем. Бә-ә-ә-й, төнөн казинонан трусиктан сыҡмай, нисек сығаһың?! Юҡ, юҡ, ҡайғырма, тру­сигым үҙем­деке. Нисек эләктем­ме? Урамда яныма ике сержант килде лә: “Өр әле!” – тинеләр. Ну, мин өр­ҙөм. Юҡ, всё нормально, ҡәйнәм, улар икеһе лә бында аунап яталар.
– Һеҙҙең таҙалыҡтар нисек тип кенә шылтыратам, ҡәйнәкәйем. Бында айнытҡыс­та капитан әйтә: “Әгәр ҡәйнәң һине үҙе килеп алһа, өйөңә ҡайтарып ебәреү генә түгел, бер яр­ты ла бирәм”, ти... Юҡ, ул яр­ты һеҙгә түгел, миңә – зыян күргән аҫыл затҡа. Бына бер йыл инде капитан айныт­ҡыс­ҡа эләккәндәргә “ҡәй­нәгеҙ килеп алһа, сыға­рам” тип әйтә икән. Ләкин үткән бер йыл эсендә бер иҫәр ҙә табыл­маған. Бәлки, һеҙ ошо эште башлап ебәрер­һегеҙ, ә?
Мин бит һеҙгә ҡарата гел яҡшы мө­нәсәбәттә булдым, ҡәй­нәм... Әйте­геҙ әле – ниңә һеҙ мине килеп алмай­һығыҙ? Ғүме­рем буйына мин һеҙгә күпме этл... ыһым-ыһым... эштәр эш­ләнем. Әле эшләйһеләре күпме! Мин бит һеҙгә кешегә ҡа­раған кеүек ҡарайым... Бабайҙы ла яра­там... Унан һуң һеҙҙең ҡыҙ менән ми­нең уртаҡ емеш тә бар!.. Кем тураһында әйтәм, һеҙҙең ейәнсәр тураһында инде, ҡыҙым тур... Һеҙҙең ейәнсәр – малаймы ни?! Ә?!
Тыуған көнөгөҙ менән дә ҡотлар­мын тигән инем. “Тыу­ған көнгә кил­мә­һәң, иң яҡшы бү­ләк шул булыр” тип ниңә рән­йетәһегеҙҙер инде мине... Ҡый­бат бүләк һорай­һы­ғыҙ, ҡәй­нәм. Булдыра алмамдыр. Ә бит үт­кән йыл мин һеҙҙе 8 Март менән ҡотланым. Ну и шту, 16 апрелдә ҡот­­лаһам ни? Уның ҡарауы, ысын йө­рәк­тән! Сәс­кәләр бүләк иттем, иҫе­геҙҙәме? Тере сәскәләр түгел ине тиһегеҙме? Булһа ни... Уның ҡарауы, оҙаҡ һаҡла­налар. Может тағы кәрәге тейер әле... Һеҙҙе бит әле тегендә оҙатаһы бар... пенсиәгә тием.
Мин һеҙҙең һаулыҡ тура­һында гел ҡайғыртып йәшәнем инде. Бына әле ниңәлер тана­уығыҙ тыңҡышлан­ған? Әллә теш һыҙлаймы? Бәй, ике­һе лә мени? Бына-бына мин гел әй­теп килдем: “Ҡәйнәнең ике генә теше бу­лырға тейеш: береһе менән ярат­ҡан кейәүенә һыра асып бирер­гә, ә икенсеһе гел һыҙларға тейеш”.
Ҡәйнәм, әгәр мине айныт­ҡыстан килеп алһағыҙ, мин бабайҙың һеҙҙән йәшереп йыйған аҡсаһының ҡайҙа икәнлеген әйтәм, билләһи! Уның ун йыл йыйған аҡсаһына ике рәт теш ҡуйҙыра алаһығыҙ. Ҡайҙа йәшерә тиһегеҙме? Ә-ә, килеп алһағыҙ ғына әйтәм!.. Нимә, килеп алам тиһегеҙ­ме? Шәп! Давай! Пока!
... Ә хәҙер бабайға “заначка” һын икенсе урынға йәшерергә ҡушып шылтыратырға кәрәк! Ух!

В. Винокурға
Руфина ХӘСӘНОВА эйәрҙе.

Фото: ok.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас