+14 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
18 Апреля 2023, 12:20

Күбәләк ҡулыңа ҡунһа...

Теләк телә лә, күккә осор, мотлаҡ ҡабул булыр. Күбәләктәр – серле лә, һоҡланып туя алмаҫлыҡ матур ҙа, ниндәйҙер тылсым йөрөтөүсе һәм тормоштоң фанилығын тағы ла нығыраҡ аңлатыусы ла йән эйәләре. Улар беҙҙең хыялдарыбыҙҙы сағылдырыусы ла. Кемебеҙҙең улар кеүек бәхеттән ҡанатланып осоп йөрөгөһө килмәй? Әммә шул уҡ ваҡытта, яҡын булһа ла, уны тотоп алырмын тимә. Йә ул осоп китәсәк, йә һаҡһыҙ ҡағылып һәләк итеүең бар.  

Күбәләк ҡулыңа ҡунһа...Күбәләк ҡулыңа ҡунһа...
Күбәләк ҡулыңа ҡунһа...

Наполеон Өсөнсөнөң ҡатыны Евгения ла бүләк итеп бирелгән әйберҙәр араһында бриллиант­тар­ға түгел, ә күбәләктәргә ҡыуана. Хоҙай тыуҙырған ошо матурлыҡҡа иң оҫта ювелирҙың да эше тиң була алмай, ти ул. Тап Евгения ҡышҡы баҡсала күбәләктәр үрсетә башлай, байрамдарҙа тере күбәләк­тәр­ҙән салюттар ойоштора. Уның исеме менән хатта күбәләкте атай башлайҙар.

Күбәләктәр нисек тыуа?

Тәбиғәттең серҙәрен асып бөтөрлөк түгел. Шуларҙың береһе – имәнес йәшел ҡарышлауыҡтан нисек иҫ киткес матур, елбәҙәк ҡанатлы күбәләк тыуыуы. Күптәр был әйләнеүгә ҙур мәғәнә лә һала – йәмһеҙ генә нәмәнән дә матурлыҡ тыуыуы мөмкин, тимәк. Боронғо Мысырҙың мумияларын эшләгәндә лә ошо фекергә таянғандар.
Буласаҡ күбәләктең йомортҡаһында ике төр күҙәнәк бар. Береһе ҡарышлауыҡтың үҫеүе өсөн яуап бирһә, икенсеһе – күбәләктең формалашыуы өсөн. ҡарышлауыҡ кәрәкле ҙурлыҡҡа тиклем үҫеп еткәс, күбәләк өсөн яуаплы күҙәнәктәр әүҙемләшә. Бынан һуң ҡатмарлы үҫеш процесы башлана, яңынан тын алыу, үрсеү, аҙыҡ эшкәртеү ағзалары барлыҡҡа килә. Бөтә ошо процестар бөткәндән һуң ғына яңы күбәләк тыуасаҡ. Әммә ул шундуҡ сәскәгә осоп ҡуна алмай әле. ҡанаттарын елпеп, тәненә көс йыйып алғас ҡына матурҡай осоуға һәләтле була. Шундай бер легенда ла бар. Урманда китеп барғанда бер егет ҡурсағынан сыға алмай ыҙаланған күбәләкте күреп ҡала һәм ярҙам итергә була. Әммә күбәләкте ҡабырсағынан арындырыу менән ул осоп китә алмай, һәләк була. Уларға был һынау яҡты донъяға килеү менән йәшәргә, осорға көс туплар өсөн бирелә. Тәүге һәм иң ҡыйын кәртәләрен уңышлы үткәндәр генә йәшәүгә хоҡуҡ ала. күбәләктәрҙә булған кеүек төҫтәр төрлөлөгө бүтән бер йән эйәһендә лә юҡ.

Фото: letsgophotos.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас