-4 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
22 Июля 2023, 11:00

Кейәү балы

Сәмиға кисте көтөп, көтөк булды. Бесәндән ҡайтҡан ирен өлтөрәп ҡаршы алды, йәһәтләп мунсаға индереп ебәрҙе. Тупырҙап йөрөгән ейәндәрен көйләп-майлап йоҡларға ятҡырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кейәү балыКейәү балы
Кейәү балы

Таҫтамал менән бер туҡтауһыҙ елкәһен, битен һөрткән иренә аш һалып биргәс, уның ҡаршыһына барып ултырҙы:
– Гөлнур кейәүгә сыҡҡан икән.
– Дауна ваҡыт.
– Мин дә шулай тим шул. Әсәһе бөгөн кейәү сәйенә саҡырҙы әле...
– Бараң инде...
Шул һүҙҙе генә көткән Сәмиға һикереп торҙо. Унда-бында бик ебәреп бармаған ире кире уйлап ҡуймаһын, тип, тиҙ генә сумкаһына күстәнәс һалып алды ла ҡунаҡҡа йүгерҙе.
Күрше-күлән йыйылған. Кейәү балаҡай һыу һөлөгөләй икән. Һәр береһе менән күрешеп, ишек төбөндә тора. Аҙаҡҡа ҡарай йыбанып китте шикелле. “Былар ҡасан килеүҙән туҡтар”, – тигән һымаҡ бер шығырым тулы түр яҡҡа, бер аяҡ кейемен сиратлап сискән күршеләргә ҡарап, көсләп йылмайҙы. Бер аҙҙан, һылтау табып, аласыҡҡа инеп юғалды.
Ҡунаҡтар кейәүҙең күстәнәстәрен ауыҙ итеп, йәштәргә бәхет теләне. Өҫтәлгә бал килеп ултырғас, барыһының да йөҙө ҡояштай балҡыны. Бал һемергән ҡунаҡтар, кәйефтәре күтәрелеп, йырлаша, таҡмаҡ әйтеп бейешә башланы.
Шул саҡ Сәмиғаның телефоны шылтыраны. Һөйләшмәһә лә, иренең: “Нимәңде ҡарап ултыраң, ҡайт!” – тигән бойороғо ине был.
Ҡатаһын саҡ эҙләп тапты Сәмиға. Телефон фонарен ҡабыҙып бирҙеләр. Ҡапҡаға тиклем геүләшеп оҙатып ҡуйҙылар. Былай ҙа тауыҡ күҙле булыуынан ыҙалаған ҡатын тәнтерәкләп өйөнә ҡарай атланы. Юлдағы һыйыр “ҡоймағына” баҫып арыу ғына һөйләнеп алды. Фонарен яҡтырытып ҡарағас ҡына, ике аяғына ла уң яҡлы ҡата кейгәнен аңғарҙы...
Оҙон кәүҙәле ҡаҡса кешегә барып терәлгәс кенә, иҫенә килде ҡатын:
– Сәлим ҡайнаға, һаумы, – тип тиҙерәк уның эргәһенән китә һалды. Был нишләп һаулыҡты алманы икән, тип бара биргәс, әйләнеп ҡарағайны, ҡайнаға тигәне бағана булып сыҡты.
– Кейәү сәйе түгел, кейәү балы булды был.


Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.

Автор:
Читайте нас