+3 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
22 Июля 2023, 07:00

ТАПҠЫР ӘСӘ

Ун биш бала эйәрткән ҡатын социаль тәьминәт хеҙмәте офисына инә.– Оһо! – тип таң ҡала хеҙмәткәр. – Бөтәһе лә үҙегеҙҙекеме?– Эйе, барыһы ла үҙемдеке, – тип ауыр һулай был һорауҙы йөҙҙәрсә мәртәбә ишеткән ҡатын. – Вася, ултыр.

Добавить в предпочтительные источники Google
ТАПҠЫР ӘСӘТАПҠЫР ӘСӘ
ТАПҠЫР ӘСӘ

Балалар ултырыша.
– Миңә һеҙҙе теркәргә кәрәк. Балаларығыҙҙың исемдәрен әйтегеҙ.
– Малайҙарҙың исеме – Василий, ә ҡыҙҙарҙыҡы – Василиса, йәғни бөтәһе лә Вася.
Ишеткәненә ышанмаған хеҙмәткәр ҡабатлап һорай:
– Ысынмы?
– Эйе, был минең тормошомдо бик еңеләйтә. Иртән “Вася!” тип ҡысҡырһам, уяналар. Ашар ваҡытта “Вася!” тип ҡысҡырһам – барыһы ла өҫтәл артына ултыра. Шаяра башлаһалар ҙа, Вася тип екереү етә. Шәп бит!
Социаль хеҙмәткәр әсә менән ризалашып етмәй:
– Әгәр һеҙгә балаларҙың бөтәһен дә түгел, ә береһен генә саҡырырға кәрәк булһа, ни эшләйһегеҙ?
– Ул ваҡытта фамилиялары буйынса саҡырам.

И. ҠЫҘРАСОВ.

Автор:
Читайте нас