

Был тиклем матур сығыштан һуң бөтәһе лә гөрләтеп ҡул сапты. Көслө алҡыштарға күркәм залдағы гәлсәр люстралар ҙа ҡушылып сыңланы кеүек. Бигерәк тә Гөлсөм исемле ханымдың халыҡты, ғаиләне тәрбиәләүҙә матбуғаттың әһәмиәте хаҡындағы сығышын залдағылар ифрат оҡшатты. "Йәш быуынды тәрбиәләүҙә гәзит-журналдарҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур. Бөтәбеҙ ҙә үҙ телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаларға әүҙем яҙылайыҡ", – тип телмәрен тамамланы ханым.
Республика гәзите хәбәрсеһе Нәргизә, тәнәфес иғлан ителеү менән, әлеге делегат янына ашыҡты. Үҙен күреп һөйләшеү мотлаҡ. Фекере елле бит! Тап шундайҙар төп баҫмала күренергә лайыҡлы! Халыҡ ҡорт күсендәй мыжғып торған залда саҡ табып алды үҙен.
– Һаумыһығыҙ! – Хәбәрсе делегат менән итәғәтле иҫәнләшеп, үҙен республика гәзитенән булыуын белдерҙе.
– Ниндәй гәзиттән тип әйттегеҙ? – Делегат ҡабатлап һораны.
– "Яңы тормош" тигән гәзиттән, – тине хәбәрсе диктофонын рәтләй-рәтләй. – Яңыраҡ ҡына баҫмабыҙҙың йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләнек.
– Ундай гәзит тә бармы ни?
– Бар.
– Ҡайҙа сыға?
– Өфөлә.
– Атаҡ! Улай икән, мин тәүге тапҡыр ишетәмсе, – тине делегет ханым, яңы планета асҡандай ғәжәпләнеп.
Ул арала фотохәбәрсе лә тып итеп килеп баҫты. Гөлсөм ханым уға ихлас йылмайҙы.
– Нисегерәк баҫайым?
– Хәбәрсе менән һөйләшеп торған булығыҙ. Динамика булһын!
Әңгәмәлешеп бөткәс, ханым мәҡәләнең ҡасан сығыуы менән ҡыҙыҡһынды.
– Ошо йомала.
– Нисәнсе биттә?
– Беренсе биттә буласаҡ.
– Беренсе биттә тиһегеҙме? Ҡайһылай шәп!
***
Нургизә, номерға өлгөртәйем тип, ашығып мәҡәләһен яҙып ултырғанда телефонын шылтыраны.
– Туғаным, туғаным, был Гөлсөм апайың ине. Ней, мин фотомды белешәйем тигәйнем. Нисек сыҡҡан? Матурмы? Әтеү мин фотола йәмһеҙ сығам да ҡуям.
– Матур булған, апай, матур.
– Туғанҡайым, зинһар, матурын бирегеҙ инде. Әҙәм көлөрлөк булмаһын... – Делегат ханым тағы ла әллә нимәләр һөйләр ине лә Нәргизәнең ҡәтғи һүҙе өҙҙө.
– Ярай, ярай.
...Төн уртаһында телефоны шылтырағанға Нургизә тертләп уянды. Тиккә түгелдер! Сымдың теге осонда делегат апай ине.
– Туғанҡайым, борсоғанға ғәфү ит инде. Йөрәк түҙмәй.
Мин, баяғы, мәҡәлә хаҡында беләйем, тигәйем. Сыҡтымы шул гәзит, юҡмы?
– Сыҡты, сыҡты.
– Фотом нисек сыҡҡан? Күҙемде йоммағаныммы? Йәмрәйеп тормайыммы.
– Һәйбәт сыҡҡан, апай, һәйбәт.
– Ниндәйерәк фотоны ҡуйҙығыҙ?
– ...
Икенсе көндө Нургизәнең телефоны йәнә шылтыраны. Тағы теге делегат ине.
– Туғаным, бына әле киоскылар буйлап йөрөп ятам. Һеҙ ниндәй гәзит тип әйттегеҙ әле ул? Һис кенә лә иҫемә төшөрә алмайымсы...
Венер ИСХАҠОВ.