

– Матбуғат йорто алдындағы скверҙа ҡара тәнле бер егет ҡолағына телефон ҡуйып ултыра ине, – тине Марсель Сәлимов, – ниңәлер ул йәштәрсә шаярып-көлөп түгел, ә етди, хатта хәүефле тауыш менән һөйләшә. Алыҫтағы ҡатын-ҡыҙҙы йыуатҡан һымаҡ. Күренеп тора, йәш кешене борсорлоҡ сәбәп бар. Бәлки, уға берәй төрлө ярҙам кәрәктер? Мин уның янына барып ултырҙым. Беҙ бер-беребеҙгә дуҫтарса йылмайып, ымлашып ҡына иҫәнләштек. Һөйләшеп бөткәс, ҡара егет, телефонына күрһәтеп: “Mother”, – тине. Әсәһенә шылтыратҡан, тимәк. Һүҙгә һүҙ, ымға ым ялғап, инглизсә-урыҫса аралашып аңлаштыҡ. Одай исемле был егет Башҡортостанға Судандан килгән икән. Белеүебеҙсә, Африканың ошо йәмле һәм бай илендә әлеге көндә хәрби болғаныштар бара. Был хәл, әлбиттә, Одайҙы ла, беҙҙе лә хафаға һала. Әле африкан ҡустыбыҙ Башҡорт дәүләт медицина университетының беренсе курсында уҡый. Рәсәйҙәге иң яҡшы юғары уҡыу йорттарының береһендә тейешле белем алып, тыуған иленә шәп табип булып ҡайтырға хыяллана ул. Алыҫ яҡтарҙан яҡты уйҙар менән килгән йәш дуҫымды йылы һүҙҙәр менән һыйлап, уға папкамда йөрөгән бер “Һәнәк”те тотторҙом. Әмәлгә ҡалғандай, журналдың был һанында Африкала уҙған фестивалдә ҡатнашыуым тураһында хәбәр баҫылғайны. Мысыр пирамидаларын һәм таныш Африка шағирҙарын күргәс, Одайҙың йөҙө яҡтырып китте. Борсолоуҙары ла баҫылғандай булды һымаҡ. “Мысырҙан шулай өшөп ҡайттығыҙмы ни?” – тип көлөп ебәрҙе. Ҡалғанын һөйләп тормайым, сөнки уныһын башҡортса уҡый белгән дуҫтарыбыҙ журналдан уҡып белә...
Әйткәндәй, “Һәнәк”тең был 3-сө һанын Мар. Сәлим ағайыбыҙ Африканың күренекле шағирҙары, “ЛИффТ” халыҡ-ара әҙәби фестиваленең Алтын лауреаттары Әшрәф Әбү әл-Йәзид (Мысыр) менән Вале Окедиранға (Гана, Нигерия) ла ебәргән икән. Улар журналыбыҙҙы оҡшатып, арҙаҡлы башҡорт сатиригына рәхмәт урынына баш бармаҡтарын күрһәткән.
Илнар БУЛАТОВ.