+3 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
28 Июля 2023, 07:00

Тәрбиәсе

Шәмбе кис күршем килеп инде лә, уңайһыҙланып ҡына йомошон әйтте:– Зинһар, улым менән ултырып тороғоҙ әле... Ҡапыл ғына ҡунаҡҡа саҡырҙылар ҙа.Ялда артыҡ эшем булмаһа ла... барыр ерем дә булмаһа ла... хатта һөйләшер кешем дә булмаһа ла, телевизор алдында һуҙылып ятмаҡсы инем, ярай инде...

Добавить в предпочтительные источники Google
ТәрбиәсеТәрбиәсе
Тәрбиәсе

– Керермен.
Күршеләрҙең малайы бер 6-7 йәштәрҙәге бөҙрә башлы, түңәрәк күҙлекле, ҡарамаҡҡа бик аҡыллы ғына бала. Ниндәйҙер техника, роботтар менән ҡыҙыҡһына, буғай, гел шуларын күтәреп инеп-сыҡҡандарын күрәм.
– Беҙҙең егет тыныс ул, ҡамасауламаҫ, бик булмаһа һөйләшер, ул шулай кеше менән аралашырға ярата, – тип, ата менән әсә, сығып та һыҙҙы.
Бындай ҙур малайҙың ни мәшәҡәте булһын да, бындай сәпләктең минең менән һөйләшер ниндәй уртаҡ темаһы булһын, тип уйлап, сәй яһап алдым да кухнялағы телевизорҙарын ҡабыҙҙым һәм төрөк сериалы эсенә инеп тә киттем.
Илай-илай ҡарап ултырһам, был бала аш бүлмәһенең ишегенә килеп торған икән.
– Нимә кәрәк? – тим, йәш аралаш.
Малай күҙлеге өҫтөнән тексәйә. Мин инде аптырайым:
– Ни булды?
– Бына һеҙгә ни булды? Ни өсөн шундай ҡый ҡарап нервығыҙҙы һәм ваҡытығыҙҙы әрәм итәһегеҙ?
Яуап бирергә тип ауыҙымды асам да ябам.
– Бына һеҙгә нимә оҡшай ул сериалда?
– Ну-у... артистары оҡшай.
– Ир кешеме? – малай ҡаршыма килеп үк ултыра.
– Эйе.
– Ниндәй яғы менән оҡшай?
Балаға яраршлыраҡ һүҙҙәр эҙләйем инде:
– Ул белемле, эшлекле, бай...
– Һеҙгә лә шундай кейәү кәрәкме?
Йә, Хоҙай, йәшем үтеп барғанын (күптән үтеп барғанын инде) һәм кейәү кәрәк икәнлеген ошо бала ла аңлай, тимәк.
– Кәрәк, – тием инде ышаныслы ғына итеп.
– Ә бай, эшлекле, белемле ир кешегә һеҙ нимәгә кәрәк? – тимәһенме был!
– ..?
– Белемле, бай кеше үҙенә паразитты эҙләмәй, шундай уҡ эшлекле, үҙ аллы ҡатынды пар итергә теләй. Шуның өсөн һеҙҙең үҙегеҙгә башта шундайыраҡ кимәлгә етеү өсөн ынтылырға, үҫешергә кәрәк. Һәр кем үҙ тиңендәге, үҙ кимәлендәгене ҡыҙыҡлы күрә.
– Дә-ә?..
– Һин оҡшатҡан кешеңдең ҡыҙыҡһыныуҙарын аңларға тейешһең. Йәғни, бер идеялы кешеләр булыу мотлаҡ.
– Һин шулай уйлайһыңмы? – тигән булам башҡа һүҙ тапмағас.
– Уйламайым, был билгеле. Мәҫәлән, мин мәктәптә Айгөл менән дуҫлашам. Беҙ уның менән икебеҙ ҙә роботтар менән ҡыҙыҡһынабыҙ, мин һөйләгәнде ул, ул һөйләгәнде мин аңлайым. Ул рус теленән яҡшы уҡый, мин – математиканан. Мин рус телен белергә тырышам, сөнки Айгөлгә был оҡшай. Ул математиканы мин яратҡанға өйрәнә. Беҙ шулай бер-беребеҙгә тик плюстар ғына килтереп дуҫлашабыҙ.
– Тимәк, яныңдағы кешене артҡа һөйрәргә ярамай, ә тик алға ғына этәрергә һәм бергәләп алға барыуға өлөш индерергә кәрәк, дөрөҫ аңлайыммы?
– Эйе, тап шулай. Әгәр һин үҙең үҫешмәйһең, ҡыҙыҡһыныуҙар, идеялар менән йәшәмәйһең икән – иптәшкә лә шундайҙы эҙлә. Сериалдарҙағы бай ирҙе көтөп ваҡыт үткәрмә.
– Ә-ә-ә... әгәр ҙә... – һорауымды биреп өлгөрмәнем, ҡунаҡта йөрөгәндәр ҡайтып инде.
– Ҙур рәхмәт һеҙгә, күршекәйем! Улыбыҙ ялҡытып ташламанымы? – тине мине оҙата сыҡҡанда малайҙың әсәһе.
– Юҡ-юҡ, – тинем мин һаман уйҙарымдан арына алмайса, – тағы кәрәк булһа, тик миңә генә әйтегеҙ, был малайға тап минең кеүек тәрбиәсе кәрәк.

Сәйҙә ҒАРИПОВА.

Фото: ru.pinterest.com

Автор:
Читайте нас