+1 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
30 Июля 2023, 12:00

Атайыма рәхмәт

Атайымды ныҡ яратам. Мин бала саҡта бер көндө эсеп ҡайтҡайны. Ҡуйынынан бесәй балаһы сығарҙы ла: “Улым, был Бонифаций. Ул һинеке!” – тине. Әсәй, әлбиттә, асыуланды. Һуңынан тынысланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Атайыма рәхмәтАтайыма рәхмәт
Атайыма рәхмәт

Ике йылдан атайым йәнә һалмыш ҡайтты. Был юлы көсөк етәкләгәйне. “Улым, был Рекс. Ул һинеке!” Әсәй йәнә асыуланды, әммә килешергә мәжбүр булды.

Мин университетта уҡығанда хеҙмәттәше менән уның ҡыҙын эйәртеп ҡайтты. Миңә: “Улым, был Света. Ҡыҫҡаһы, һин мине аңланың”, – тине.

Өйләнешкәнебеҙгә өс йыл тулды инде. Мин ҡәнәғәт. Атайыма рәхмәт.

Автор:
Читайте нас