

– Һиңә ярҙам итәсәкмен, – ти уҡытыусыһы. Кәштәнән китек сәйнүкте алып, уға тоттора ла:
– Бына ошо сәйнүк менән, дошманыңды ни эшләткең килә, шулай эшлә.
Уҡыусыһы сәйнүкте ала ла, нимә эшләргә белмәй, уға бик оҙаҡ ҡарап тора. Шул саҡ аҡыл эйәһе:
– Иҫке сәйнүк ул кеше түгел, ә бер ябай ғына нәмә, ҡурҡма, дошманың менән ни эшләгең килһә, сәйнүк менән дә шулай эшлә, – ти.
Ир сәйнүкте баш осона күтәреп, бөтә көсөнә иҙәнгә бәрә. Ул селпәрәмә килеп, ваҡ киҫәктәргә таралып оса.
Уҡытыусы ошо ярсыҡтарға ҡарап тора ла:
– Нимә килеп сыҡҡанын күрҙеңме? – ти. – Сәйнүкте ватып, унан ҡотолманың, ә тик ваҡ киҫәктәргә генә әйләндерҙең, уларҙан һин, йә тирә-яҡтағылар йәрәхәтләнергә мөмкин. Шуның өсөн йөрәгеңдәге асыуҙы бөтөрә алмағанда һәр ваҡыт ошо ярсыҡтарҙы хәтерлә. Мөмкин булһа, уларҙы булдырмаҫҡа тырыш.
Фото: dzen.ru