+15 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
10 Августа 2023, 12:00

Ендәр оялаған йорт

- Мин бала саҡта ендәрҙе күрҙем, - ошо һүҙе менән бер апай шаҡ ҡатырҙы. - Ҡуй, булмаҫ, - тип ышанмай көлдөм, - ҡурҡҡанға ҡуш күренгәндер. - Ысын, - ышанмауыма апайҙың иҫе лә китмәне. - Мин бер үҙем түгел бит, ҡустым, ата-әсәйем дә шаһит булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ендәр оялаған йортЕндәр оялаған йорт
Ендәр оялаған йорт

Атайым - башланғыс синыф уҡытыусыһы ине. Уны бер төпкөл ауылға эшкә ебәрҙеләр. Элекке заманда шулай уҡытыусыларҙы тегендә-бында ебәреп эшләтә торғайнылар. Беҙ уның менән бергә күсеп йөрөнөк. Тәүҙә атайым шул ауылға бер-ике көн алдараҡ барып, өй белеште лә, беҙҙе күсерҙе. Өй иҫке генә, һауыт-һаба ҡуя торған һикеһе бар, киң урындыҡ, мейес, бер тәҙрә. Әйберҙәрҙе урынлаштырып йөрөгәндә мылтыҡ аҫҡан тәпәш кенә буйлы ҡарт килеп, һаулыҡ һорашты ла, өй тынысһыҙ, тине: - Һеҙгә мылтыҡты ҡалдырайым, тип килдем. Атайым менән әсәйем, комсомолдар, ипле генә көлөштө: - Юҡ, рәхмәт, кәрәкмәй, беҙ теләһә нимәгә ышанмайбыҙ ул. - Шулай ҙа ҡалдырам, кәрәге теймәһә, килтереп китерһегеҙ, өй аша йәшәйем, - тип бабай ныҡышып, мылтыҡты сөйгә элде, - бала-саға теймәһен, ҡоролған. Үҙенең һунарсы булыуын, ошо ауылда ғүмер кисереүен һөйләгән ҡартҡа әсәйемдәр сәй эсергәндә, ул: - Был өй күптәнән буш тора, төндәрен зәһәр тауыштар сыға, ендәр оялаған, ахыры, - тип минең ҡотто алды. Ата-әсәйем уның һүҙенә иғтибар итмәне, ә ҡустыма барыбер ине - биш йәштә енме-нимәме, уның ҡайғыһымы яңы урында! Кис етте. Беҙ әсәйем менән урындыҡҡа яттыҡ, атайым менән ҡустым - үҙебеҙҙең койкаға. Башым мендәргә тейер-теймәҫтән йоҡлап киттем... Бер ваҡыт тауышҡа уянып киттем: мейес мөрйәһенән күп ҡатын-ҡыҙ көлгән кеүек тауыштар сыға ине!

Сырҡ-сырҡ килгән тауыштар көсәйеп, бер заман келәгә эленгән ишегебеҙ шар асылып китте лә, "шарт" итеп ябылды. Атай менән әсәй һикереп килеп торҙо, ҡустым да уянды. Ендәр мөрйәнән килеп инә лә, ишекте асып сығып юғала, шунан ҡабат мөрйәнән килеп инә! Өй эсе геү килеп тора. Минең сәс үрә торҙо, ҡурҡыуҙан ҡысҡыра башланым. Миңә ҡустым ҡушылды. Уның ҡайһы арала урындыҡҡа килеп етеүен, әсәйемә һыйыныуын аңғармай ҡалдым, сөнки әсәйем минең башымдан ҡосаҡлағайны. Икебеҙҙе ике яҡтан ҡосаҡлаған әсәйем үҙе лә нимәлер тип ҡысҡырҙы. Атайым бер һикереүҙә мылтыҡты сөйҙән алып, ишек яғына атып ебәрҙе. Тоҙло-боросло һүҙҙәрҙе ҡушып, ҡаты итеп һүгенде. Шунан шәмде тоҡандырҙы ла, яныбыҙға килеп ултырып, мине ҡосаҡланы. Таң атҡансы күҙ ҙә йомманыҡ, ҡустым ғына бер аҙҙан йоҡлап китте. Әсәйем, башҡа был йортта бер сәғәткә лә ҡалмайым, тип илағас, атай менән бергә эйәртенешеп, өй аша йәшәгән бабайға барҙыҡ. Төнгө мәхшәрҙе һөйләгәс, уның башын тырнап торғаны һаман күҙ алдында: "Былай уҡтыр тип уйламағайным..." Ул яңғыҙ йәшәгән бер тол ҡатынға беҙҙе алып барҙы, хәлде аңлатып биргәс, ул беҙҙе үҙендә йәшәтергә ризалашты. Шулай итеп уның ике бүлмәле йортонда өйҙәш йәшәнек. Ә теге ҡурҡыныс өйгә яҡын да барырға ҡурҡтым. Әйберҙәрҙе атайым менән әсәйем ҡурҡа-ҡурҡа үҙҙәре ташыны. Һуңынан йыш ҡына, был ниндәй ғәләмәт булды һуң әле, тип аптырашып баш сайҡап ултыра торғайнылар. Быға ниндәйҙер аңлатыу булырға тейеш тә инде, тип атайым күпме китап уҡыны, осона сығырға тырышты, әммә бер нисек тә аңлай алманы. Мин шул төндән һуң тотлоғоп ҡалып, ҡустым бәүелен тота алмай оҙаҡ яфаландыҡ. Ҡурҡыуыбыҙ көслө ине шулай. Әле лә тулҡынланһам тотлоғам. Әсәйемде ситкә шылдырып, ун бер йәшемә ҡәҙәр атайым янында йоҡлап йөрөнөм, йәнәһе лә, ир затынан ендәр ҡурҡа, теймәй, тип. Күпме йыл үтһә лә, ул иҫке йорттағы төн кисә генә булған кеүек, кисерештәр саҡ ҡына тоноҡланған.

- Һеҙ мине төнгә ҡарай ҡурҡытмағыҙ әле, - кинәт өшөп, апайға инәлдем. - Хәҙер төшкә инһә...

- Ҡурҡытырға уйымда ла юҡ, һеңлем, элек ендәрҙең күп булғанын ғына әйтәм. Хәҙер әллә ни ишетелмәйҙәр ҙә ул, - апай төкөрөнөп ҡуйҙы. - Ә шулай ҙа, һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлар, тип, берәй доға ятлап ҡуйыуың артыҡ булмаҫ.

 Әле шуға "Аятел көрси" доғаһын уҡып ултырам.   

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Баныу Ҡаһарманова.
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-03/end-r-oyala-an-yort-2829647
Автор:
Читайте нас