+12 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
21 Августа 2023, 12:00

Йырсы Ҡарға

(Мәҫәл) Көндәрҙән бер көндө Ҡарға Ҡарсығаның кейәүе булып алған. — Мин иҫән саҡта һиңә уҡырға кәрәк, кейәү балаҡай! — тигән Ҡарсыға. — Һандуғастар төбәгендә йырсылар мәктәбе бар. Шунда уҡырға кер. Атҡаҙанған йырсы булырһың. — Алмаҫтар — һәләт юҡ. — Алмай ғына ҡараһындар! Мәктәптәре-ниҙәре менән бергә ояларын пыр туҙҙырырмын.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йырсы ҠарғаЙырсы Ҡарға
Йырсы Ҡарға

Икенсе көндө улар һандуғастар төбәгенә осоп киткән.

Мәктәп менән үҙ ояһы араһында кәләп һалып йөрөй торғас Ҡарға үҙ теләгенә ирешә — юғары музыкаль белемле йырсы тигән диплом ала. Икенсе көндө үк ағас башына белдереү яҙып элә:

— Мин, йырсы Ҡарға, үҙ ҡанатым аҫтында ҡарсанбль ойошторам. Теләге булған былбыл, һандуғас һәм турғай кеүек ҡоштарҙы ҡабул итәм, — тип яҙылған унда.

Йырсы ҡоштар ошо иғлан янына йыйыла. Ағас башында ултырған ғорур Ҡарға уларҙы айырым-айырым һайратып ҡарай — һай, йолҡоштар, береһенең дә моңо, музыкаль һәләттәре юҡ табаһа! Ҡарҡылдай белмәйҙәр бит. Уның үҙенә етәме һуң! Бабаһы Ҡарсыға:

— Йырсы булғас бар донъяны моңға күмдең, кейәү балаҡай, — тип шатланып дәһшәтле томшоғон йыра.

Шулай итеп, Ҡарғанан да талантлы йырсы ҡалмай. Яңғыҙ Ҡарғанан торған ҡарсанбль көн-төн урман-яланды яңғырата.

Көндәрҙең береһендә ҡарт Ҡарсыға мәңгелеккә күҙен йомғас Ҡарға яп-ябай бер ҡош булып ағас башында һерәйеп ҡала. Һайрамаҡсы була ул — ҡар-р, ҡар-р...

Был ауазды ишеткән һандуғастар: “Ҡар-р”, тип ҡарсанбленә саҡыралыр, ахыры, — тиҙәр. Ә былбылдар: “Бабаһы Ҡарсығаның исемен әйтеп беҙҙе ҡурҡытмаҡсы ла бит, тик теле генә “ҡар-р”ҙан артыҡҡа етмәй, — тип ауыҙ йыралар. Күңелдәре булғансы һайрайҙар. Ҡарғаның ҡарҡылдауы йыр булып яңғырамай хәҙер.

Ғәли ҒАТАУЛЛИН.

Фото: polinka.top

Автор:
Читайте нас