-5 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
23 Августа 2023, 11:00

Диңгеҙ кәбеҫтәһе

Сираттағы диспансеризацияны үтеп йөрөйөм. Эндокринологҡа күренергә ҡуштылар. Табип анализдарҙы ҡараны ла, рецепт яҙа башланы:– Дарыу эсегеҙ! Төрлө витаминдарҙы ла онотмағыҙ! Диңгеҙ кәбеҫтәһе ашағыҙ!  

Добавить в предпочтительные источники Google
Диңгеҙ кәбеҫтәһеДиңгеҙ кәбеҫтәһе
Диңгеҙ кәбеҫтәһе

– Иптәш табип, зинһар, рецепҡа “диңгеҙ” тип кенә яҙығыҙ әле, уның “кәбеҫтә” икәнен мин аңлармын ул. Бына иремә күрһәтергә кәрәк: табип “диңгеҙ” тип яҙҙы тиермен! – тип әйткәнемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым.
Кәрәк рецепты алып сығып барғанда, табипҡа боролоп ҡараным: ул өҫтәлгә ятып көлә ине. Ә мин ул йылды диңгеҙгә ял итергә барҙым бит, әй!


Айһылыу СИРБАЕВА.

Фото: unipack-ug.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас