-3 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
24 Августа 2023, 09:00

Хужаһыҙлыҡҡа һәйкәл

Өфө ҡалаһындағы Нижегородка биҫтәһендә булғанығыҙ бармы икән? Юҡмы ни? Иҫ киткес матур һәм йәшәүгә уңайлы урынды күрмәйенсә нисек түҙәһегеҙҙер? Уны уратып Ағиҙел йылғаһы аға, Өфө үҙәгенә ун-ун биш минутта елдереп барып етергә мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хужаһыҙлыҡҡа һәйкәлХужаһыҙлыҡҡа һәйкәл
Хужаһыҙлыҡҡа һәйкәл

Әлбиттә, уҫал телдәр төрлөһөн һөйләй: имеш, унда автобустар һирәк йөрөй, урам тулы берәҙәк эт, хатта, йыуынам тиһәң, мунсаһы юҡ, ә арҡа ҡысыта, тиҙәр. Бәй, ҡысытҡан урынды тырнау рәхәтлек кенә бирә бит ул, уның бер зыяны юҡ. Автобустар йышайыр, эттәр кәмер – быныһына ла шик юҡ, ҡала хакимиәтендә юҡҡа ғына кәңәшмә артынан кәңәшмә үтә тиһеңме, беҙҙең хаҡта уйлайҙар унда, рәхмәт яуғырҙары.
Бәләкәй Урман заводы урамында бынан ике йыл ярым элек (2021 йылдың 19 ғинуарында) янған ике ҡатлы йорттоң емереклектәрен ниңә һаман алып ҡуймайҙар – шуныһын ғына аңламай Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр. Асыҡ һауала музей асырға йыйыналармы, әллә ун-егерме йыл үткәнен көтәләрме? Әлегә ул хужаһыҙлыҡҡа һәйкәл булып тора.

Марат ӘМИНЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас