+20 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
5 Октября 2023, 11:00

БЕР ЯРЫМ

Больничныйымды яптырырға тип табип кабинетында ултырам. Ул анализдарымды ҡарағанда шәфҡәт туташы инде. – Зилә, ни эшләп йөрөйһөң? – тип һораны табип. – Һин отпускыла түгелме һуң?

Добавить в предпочтительные источники Google
БЕР ЯРЫМБЕР ЯРЫМ
БЕР ЯРЫМ
– Эйе, мин ялда, – тип яуапланы шәфҡәт туташы.

– Улайһа, ниңә ял итмәйһең, бында буталып йөрөйһөң?

– Мин бер ярым ставкаға эшләйем бит. Ставканан ял бирҙеләр, әле ҡалған ярты ставкаға эшләйем.

– ...

– Ярты ставкаңа мартта ял итерһең, тинеләр.

Бынағайыш, бер ярым ставкаға эшләһәң, шулай ҙа була икән.
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас